

Атай
Еңеү юллап, Атай яуға киткән,
Берлинғаса Атай атлаған.
Әсәйемдең өскөл хатҡайҙары
Ҡалҡан булып уны һаҡлаған.
Ҡушымта:
Атай! Атай!
Һин әле лә һалдат,
Һин – Үлемһеҙ полктың сафында.
Гармун моңо, Еңеү яҙы булып,
Атлайһың һин Хәтер һағында.
Һинең рухың миңә ҡанат ҡуя,
Һинең юлдан, Атай, атлайым.
Мин йәшәһен өсөн ошо ерҙә
Еңеп ҡайтҡан минең Атайым!
Ҡушымта:
Атай! Атай!
Һин әле лә һалдат,
Һин – Үлемһеҙ полктың сафында.
Гармун моңо, Еңеү яҙы булып,
Атлайһың һин Хәтер һағында.
Ейәндәрең үҫеп етте инде,
Барыр офоҡтары алланан.
Беҙ ғорурбыҙ, Атай, Оло Еңеү
Һинең ҡулың менән яуланған!
Ҡушымта:
Атай! Атай!
Һин әле лә һалдат,
Һин – Үлемһеҙ полктың сафында.
Гармун моңо, Еңеү яҙы булып,
Атлайһың һин Хәтер һағында.
Фотола: БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов менән.