

Нәжип Иҙелбай Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. Әҙип ябай эшсәндәр ғаиләһендә ҙур ауырлыҡтар күреп үҫә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, утын әҙерләүсе, ауыл советы сәркәтибе һәм китапханасы була. Унан инде Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумында уҡып, бер нисә йыл ошо ҡалалағы баҡыр иретеү заводында эшләп ала. Иҫтәлектәрендә яҙыуынса, был вазифаға ул нәфис әҙәбиәткә һүнмәҫ мөхәббәт уятҡан классик-драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең кәңәше буйынса һәм ярҙамында урынлаша. Ҡыҙыҡһыныусан, китапҡа, аң-белемгә ынтылған үҫмер башҡортса нәшерләнгән “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзитенә яҙыша башлай һәм уның әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Гәзиттә цех тормошо, егәрле эшселәр, уларҙың уй-теләге һәм башҡарған бурыстары тураһында һүрәтләмәләр, хәбәрҙәр баҫтыра. Халыҡ менән тығыҙ аралашып, эшселәр тормошон яҡшы белгән Нәжип Сафа улы ошо редакцияға эшкә саҡырыла, бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң Өфөгә күсеп килә. Башҡортостан радиокомитетында хеҙмәт итә, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ ташын һалған бер төркөм оло быуын яҙыусылары Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Ғәлимов Сәләм, Баязит Бикбай, Мөхәмәтйәров Хәй, Батыр Вәлид, Али Карнай, Мөслим Марат кеүек ижадсылар менән аралаша, үҙенең тырышлығы арҡаһында һәләтле журналист һәм яҙыусы булып таныла.
Артабан эшһөйәр, ҡыҙыҡһыныусан егетте “Канал ударниктары” исемле гәзиткә эшкә саҡыралар. Был баҫмала ул, рус телен төплө өйрәнеп, журналист булараҡ үҫә һәм Башҡортостанға ҙур тәжрибә туплап, хатта танылыу яулап ҡайта. Республикала нәшер ителгән башҡорт һәм рус баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә.
Һуңынан Нәжип Сафа улы Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә эшкә килә. Бында ул 1937-1938 йылдарҙа тәржемәсе һәм әҙәбиәт бүлеге мөхәррире була, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла уҡый. Тик немец фашистары власҡа килгән көсөргәнешле йылдарҙа уға оҙаҡ эшләргә насип булмай – 1938 йылда Армия сафына саҡырыла. Һалдат Иҙелбай ете йыл хеҙмәт итә һәм һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша. Аҡ финдәргә ҡаршы көрәшә, Балтик буйы республикаларын азат итә. Тәүҙә – өлкән сержант, һуңынан – лейтенант, гвардия өлкән лейтенанты хәрби исеме бирелә. Фронттың алғы һыҙығында һәм Мәскәү өсөн барған үлемесле алыштарҙа өс тапҡыр ауыр яралана, контузия ала... 1945 йылда ҡаты яраланған офицерға һуғыш инвалиды танытмаһы биреп, тыуған төйәгенә ҡайтарып ебәрәләр, батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Мәскәүҙе обороналаған өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар тапшырыла.
Һуғыштан һуң яҡташыбыҙ башкөллө әҙәбиәткә сума – ҡот осҡос һуғышта ҙур ҡайғы-юғалтыуҙар аша еңеү яулаған халҡыбыҙҙы һәм яу ҡырында һәләк булғандарҙы данлап шиғырҙар һәм йырҙар ижад итә. Уларҙы тыуҙырғанда халыҡтың тел хазинаһын файҙалана, йәнле, аҡыллы образдар менән байытылған әҫәрҙәрен яҙа. Әҙиптең башҡорт халыҡ традицияларына таянып ижад итеүе, сәсәндәр тыуҙырған ҡобайырҙарҙы өйрәнеүе һөҙөмтәһендә әҫәрҙәре ғәжәп халыҡсан һәм ябай, унда милләт, халыҡ һәм тыуған ер тойғоһо ярылып ята, әҙип үҙе лә донъяға, халыҡ тормошона ябай күҙлектән ҡарай. Ике һәм дүрт юллыҡтарын, “Ил тигәндең кеме юҡ” исемле сәсәндәр тарафынан тыуҙырылған ҡобайырҙарға тартым әҫәрен, “Йырым һиңә булһын”, “Игенсегә хөрмәт һәм дан”, “Тыуған ерем-сәңгелдәгем”, ”Заман йөгөн тарта бир” кеүек шиғырҙарын һәм йырҙарын алһаҡ – барыһының да халыҡ ижадына тартым икәнен күрәбеҙ.
Әҙип “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙер – “Башҡортостан”), “Ленинсы” (хәҙер – “Йәшлек”) гәзиттәрендә эшләй, башта “Ҡыҙыл Башҡортостан” редакцияһында – әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире була. Ошо баҫмала уның шиғырҙары, йырҙары, ҡобайырҙары баҫыла. Баязит Бикбай мөхәррирләүендә фронт шиғырҙары тупланған “Күк шинель” исемле тәүге китабы донъя күрә. Йыйынтыҡҡа авторҙың окоптарҙа йөрәк ҡанына мансып яҙылған “Күк шинель”, К. Симоновҡа эйәреп ижад ителгән “Көт мине”, “Блиндажда ятҡанда”, “Мәскәүҙе һаҡлағанда”, “Иҫән-һау йөрөп ҡайттым”, “Еңеү иртәһе”, “Тик мөхәббәт кенә үлемһеҙ”, “Һалдар яланда”, “Фронтташ дуҫҡа хат” исемле һәм башҡа әҫәрҙәре тупланған. Республика баҫмаларында эшләгән йылдарҙа Н. Иҙелбай шағир, прозаик һәм тәржемәсе булараҡ таныла, артабанғы йылдарҙа уның “Ел, ерәнем”, “Йырым һиңә булһын”, “Ағиҙел буйында”, “Еңеү иртәһе” исемле шиғри йыйынтыҡтары, “Ҡуштирәк”, “Яҡтыгүл” тигән хикәйә һәм пьеса китаптары донъя күрә.
Нәжип Сафа улының йыр текстары ғәжәп музыкаль һәм ритм-интонация яғынан шыма, рифмалары теүәл, стилистикаһы төҙөк, асыҡ һәм образлы һүҙҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Әйткәндәй, ул йырсы-шағир Ҡадир Даяндың, “халыҡ йырҙары телдән-телгә күсеп, шымарып, тулылана барып тамам камиллашып, артабан да йәшәүен дауам итә икән, беҙ, яҙыусылар, халыҡ йырҙарының формаларына ғына түгел, уларҙың ябай ғына һүҙҙәр менән тәрән мәғәнә биреүенә лә ныҡ иғтибар итергә һәм уларҙан өйрәнергә тейешбеҙ”, тигән һүҙҙәренә тоғро ҡалған. Быға миҫал итеп уның “Ел, ерәнем” йырын атау ҙа етәлер. Унда лирик геройҙың, “үлһәң – үлергә, әммә еңелмәҫкә” тип ант иткән башҡорт егетенең уң ҡанаты – аты менән һәр ҡарыш ер өсөн утҡа инеүе, үлемдең күҙенә тура ҡарап тыуған иле, ере, халҡы азатлығы һәм киләсәге өсөн алға ынтылыуы тасуирлана. Йырҙың дәртле көйө күңелде күтәрә һәм еңеүгә рух өҫтәй. Көй авторы – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә дан алған аҫыл композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев. “Ел, ерәнем”, 1949 йылда Бөтә Союз радиоконкурсында беренсе урынды яулағандан һуң, Рәсәйҙә иң популяр йырҙарҙың береһенә әйләнде. Бына нисек матур яңғырай ул:
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Менгән атым-
Уң ҡанатым
Һин батыр егет күрке, hай!
Һинең менән елдә елгән
Батыр егет – ил күрке..
Ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәhендә.
Менгән атым – уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән утка ингән
Батыр егет – ил күрке.
Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-hау,
Яуыз дошманды еңеп.
hинең даның, Ирәндек тау,
Ерәнсәй менән егет.
Н. Иҙелбай халыҡтан үҫеп сыҡҡан, шиғриәттә хәләл көсө менән тир түккән, әҫәрҙәрендә үҙ халҡының яҙмышы менән йәшәгән һәм тын алған, ижадында ябай кешенең хис-тойғоһон һәм рухиәтен сағылдырған, тормошто халыҡ күҙе, халыҡ йөрәге менән ҡабул иткән. Ижадта халыҡсанлыҡ – ҙур һәләт ул, шуны онотмаһаҡ ине!
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзитенән