Бөтә яңылыҡтар

ОСТАЗ САҠЫРА!

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге “Педагог һәм остаз”, “Атайсалға изге эштәр йылы”на бағышланған “Остаз” исемле өр-яңы проектҡа старт бирә.

ОСТАЗ САҠЫРА!
ОСТАЗ САҠЫРА!

2023 йылдың май айынан ноябргә тиклем Республикабыҙҙың төрлө муниципаль зоналарында милли мәктәп директорҙары, туған тел буйынса методистар, башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт төркөмөндә эшләүсе тәрбиәселәрҙән төҙөлгән командалар араһында ярыш үткәрелә.

 Педагогик бәйге өс турҙан тора:
I. “Атайсалға хеҙмәт итәм” исемле команда презентацияһы;
II. “Педагогик хазина” исемле оҫталыҡ класы;
III. Башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы, методика буйынса Этно-квиз.

 Абруйлы жюри һәр муниципаль зонанан бары тик бер еңеүсе команданы һайлап ала. Улар 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә үткәреләсәк финал уйынында төп приз өсөн көрәшә.

Сығанаҡ: https://vk.com/r.sentr

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: