-26 °С
Болотло
Конкурс республика буйынса бер нисә зонала үткәреләсәк. Еңеүселәр 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә финалда осрашасаҡ.
Бөгөнгө тәүге зона ярышында Өфө ҡалаһының ете районынан һәм ике республика гимназияһынан 9 команда ҡатнашты. Команда составында директорҙар, уларҙың урынбаҫарҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар, тәрбиәселәр бар ине.
Улар Өфө ҡалаһының Совет, Ленин, Калинин, Орджоникидзе, Октябрь, Киров, Дим райондарының, Өфө ҡалаһындағы 1-се һәм 2-се полилингваль гимназияларҙың данын яҡланы.