Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе

Учалы районының Комсомол ауылында "Полимәҙәни белем биреү киңлегендә туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе" тигән III Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы (Халыҡ-ара ҡатнашлыҡ менән) үтте. Сара республикабыҙҙа иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылына һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының 90 йыллығына арналды.

Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһеТуған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе
Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе
Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина әйтеүенсә, туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай сараларҙы үткәреү һәр йәһәттән дә отошло.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Э.Ф. Рәхимова, телен онотмаған халыҡтың киләсәге бар, тине сығышында. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығыш һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Г.Р. Абдуллина башҡорт телен балаларыбыҙ тәрән өйрәнһен, шул уҡ ваҡытта улар рус телендә лә фекерен аңлатып бирә алһын, донъя кимәлендә аралаша алырлыҡ телдәрҙе лә белһен, тигән фекерен еткерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы начальнигы И.Ф. Ҡаһарманов республикабыҙҙа 13 тел өйрәнелеүе, уҡытыу 6 телдә алып барылыуы, туған телебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранты булдырылыуы, дәүләт программаларының эшләүе, полилингваль мәктәптәрҙең асылыуы, Шайморатов кластарының эшләүе тураһында һөйләне.
 
Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе
Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе
Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе
Автор:Салават Каримов
Читайте нас