Бөтә яңылыҡтар

Конкурс тамам, еңеүселәр билдәләнде!

9 май - Еңеү көнөнә арналған конкурсыбыҙ шаулап-гөрләп үтеп тә китте. “Тамашасы һөйөүе” номаницияһы еңеүселәрен һеҙҙең тауыштыр ярҙамында билдәләнек.

Конкурс тамам, еңеүселәр билдәләнде!
Конкурс тамам, еңеүселәр билдәләнде!

“Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған йыр башҡарыу” төркөмдәрендә иң күп тауыш йыйып, беренсе урынға сығыусы:

Ғафури районы Красноусольский ауылы мәктәбе уҡыусылары (433 тауыш!), етәкселәре: Рүзилә Рим ҡыҙы Суфиянова һәм Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усманова.

 

“Күмәк йә яңғыҙ башҡарылған хәрби тематикалы бейеү” төркөмөндә иң күп тауыш йыйып, беренсе урынға сығыусы: Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (133 тауыш!). Етәксеһе: Альмира Самат ҡыҙы Низамова.

 

“Еңеү көнөнә арналған автор йәки үҙең ижад иткән шиғри әҫәрҙе башҡарыу” төркөмдәрендә иң күп тауыш йыйып, беренсе урынға сығыусы: Әбйәлил районы Асҡар ауылын 1-се мәктәбе уҡыусыһы Мөхтәров Салауат (402 тауыш!). Етәксеһе: Гөлнара Урал ҡыҙы Зәйнуллина. Әйткәндәй, Салауат беҙҙең конкурстарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған конкуста ла әүҙем ҡатнашып, бик күп тауыш йыйып, еңеүсе булғайны.

 

Еңеүселәр, афарин, һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Етәкселәр,  беҙҙең конкурстарға балаларҙы күңелегеҙҙе һалып әҙерләүегеҙ һәм илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәрен тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Электрон Почет грамоталары һәм сертификаттар тиҙҙән әҙер булыр.

Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: