Бөтә яңылыҡтар

Учалы ерендә фәнни конференция

17 майҙа Башҡортостандың Учалы районы Комсомол ауылында Бөтә Рәсәй кимәлендә туған тел һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙә тәжрибә уртаҡлашыуға арналған фәнни конференция булып уҙҙы. Быйыл изге Учалы ерендә ошондай тәжрибә уртаҡлашыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған әһәмиәте ғәмәли конференция икенсе тапҡыр ойошторолдо. Уның эшендә яуаплы етәкселәр, ғалимдар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Рәсәй төбәктәренән барған иң ҙур делегация Силәбе өлкәһенән – Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары - Ҡоншаҡ районы педагогик хеҙмәт ветерандары Венера Нуретдинова менән Мәүлиҙә Ибраһимова, Верхнеуфалей ҡалаһынан “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Фәнүзә Зарипова, Арғаяш уҡытыусылары Гөлъямал Назмиева менән Гүзәл Фазылова, Силәбенән туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская менән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Вилия Батршина һәм башҡалар булды.  

Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция

Мәҙәниәт йорто ишектәрен шар асып, ҡунаҡтарҙы йола буйынса Әүешкүл ағинәйҙәр коллективы йыр-бейеүҙәр менән ихласлап ҡабул итте. Халыҡтың рухи донъяһына арналған фольклор-этнографик күргәҙмә сараны йәнләндереп ебәрҙе. Пленар ултырыш тантаналы рәүештә ҙур залда барҙы.

Комсомол урта мәктәбе төшкө аштан һуң ҡунаҡтарҙы үҙенә йыйҙы. Рухи үҫеште көйләүгә арналған тәжрибә уртаҡлашыу барыһы өсөн дә  файҙалы  булды. Ә инде аҙаҡтан барлыҡ ниәттәрҙе үҙ ыңғайына көйләүсе изге Мәккә хәтлем мөғжизәле Әүеш тауы, ундағы Рамазан әүлиә ҡәберлеге һәм шифалы Әүлиә шишмәһе рухи ҡибла булып, илһөйәрҙәрҙе үҙәнә әйҙәне.

Башҡортостандың Учалы мәғариф бүлеге менән Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе бер ҡоштоң ике ҡанаты һымаҡ рухи осош юлында салауат күпере буйлап быйыл ун һигеҙенсе тапҡыр үтте.    

Ҡ. Д. МОРТАЗИН,

филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Силәбе өлкәһенең М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.

 

Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Учалы ерендә фәнни конференция
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: