Бөтә яңылыҡтар

Теләктәргә ҡушылығыҙ, дуҫтар!

Варшава университетының төрки телдәр кафедраһы докторанты Вячеслав Чернев хаҡында барығыҙ ҙа беләлер. 30-ҙан ашыу телде белгән полиглоттың беҙҙең туған башҡорт телебеҙҙе тәрән белеүе, уны фәнни яҡтан төплө өйрәнеүе йәш ғалимға ҡарата сикһеҙ ихтирам уята.

Теләктәргә ҡушылығыҙ, дуҫтар!
Теләктәргә ҡушылығыҙ, дуҫтар!

Ошо көндәрҙә, 31 майҙа, Өфө ваҡыты менән сәғ. 19.00 Вячеслав Черневтың PhD-диссертацияһының яҡлауы үтәсәк! Диссертация М. Кәрим әҫәрҙәрендәге ҡылым формаларының синтаксик функцияларына арналған.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы лауреаты, әүҙем авторыбыҙ Вячеслав Черневҡа күп һанлы журнал уҡыусыларыбыҙ исеменән уңыштар теләйбеҙ! Теләктәргә ҡушылығыҙ, дуҫтар!     

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: