Бөтә яңылыҡтар

Исем-шәрифтәрең кем?

Һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙҙең үҙ тамырҙарын барларға ынтылыуы, нәҫелдәренең килеп сығышы менән ҡыҙыҡһыныуы, тарих төпкөлөндә юғалып ҡалмаҫбыҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, үҙ йөҙөбөҙ, телебеҙ һаҡланыр, тигән өмөт ышаныс тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта, башҡа телдәрҙең йоғонтоһо туған телебеҙҙең байыуына ғына түгел, ә киреһенсә, яңылыш һөйләү һәм яҙыуҙарға ла килтереүе күҙгә салына. Әлеге яҙмамда һүҙ фәҡәт исем-шәрифтәргә, йәғни фамилияларға ҡағыла. Был турала зыялыларыбыҙ әйтә килһә лә, төҙәтергә бик ашығып бармайҙар, шуға күрә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлау зыян итмәҫ. Айырыуса уҡытыусылар даирәһендә быны белергә тейештәр.

Исем-шәрифтәрең кем?
Исем-шәрифтәрең кем?

Башҡорт телендәге ҡайһы бер өндәрҙең һәм хәрефтәрҙең рус телендә булмауы арҡаһында, документтарҙа фамилиялар төрлөсә яҙыла. Мәҫәлән, Таһиров тигән фамилияны Тагиров, Тахиров,Таиров (айыыуса күрше өлкәләрҙә) тип яҙалар. Миһранов фамилияһы менән дә шул уҡ хәл. “Һ” хәрефен бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыу бигерәк тә һүҙбашында йыш осрай: Һибәтуллин – Ибатуллин, Һиҙиәтов – Идиятов. [һ] өнөн[с] өнөнә алыштырыу ҙа бар: Һыртланов– Сыртланов, Һырлыбаев – Сырлыбаев, Һабансин – Сабанчин. Шулай уҡ башҡорт телендәге [ғ] өн-хәрефен инҡар итеү һуңғы йылдарҙа йышайҙы, уны төшөрөп ҡалдырып, яңыса (йәнәһе, заманса) исемдәр барлыҡҡа килтерҙеләр, был күренеш тә башҡа телдәргә эйәреүҙән килеп сыға. Мәҫәлән, Ғәли – Али(к), Ғәмилә – Әмилә, Ғәлиә – Әлиә, Ғәйшә– Аиша, Ғәзиз – Азиз. Рус теленә яраҡлаштырыу, уңайлаштырыу башҡорт фамилияларын танымаҫлыҡ, аңламаҫлыҡ хәлгә килтерҙе: Игеҙәков – Игзаков, Аҡылов – Акилов,Ыласынов – Лачинов, Ырыҫҡолов – Рыскулов, Маһийәнов – Махиянов. Шаҡ ҡатырлыҡ, шулай бит? Ә ниндәй матур мәғәнәле исемдәр булған улар заманында!Киң мәғлүмәт сараларында, “Зарипо'вич” тигән һүҙгә ҡарап, “Зарип улы” тип яҙалар. “Зарип” тигән исем юҡ, Зариф бит ул! Ғариф исемен, ҡот осҡос итеп,“Ғәрип улы” тип яҙғандарын күреп, иҫем китте, инвалид була ла баһа “ғәрип”тең мәғәнәһе.

[ф] өн-хәрефенең [п]-ға әйләнеүе электән дә бар ине ул: Шәриф – Шәрип, Йософ – Йосоп. Шулай ҙа уйлап эш итергә кәрәк, исемдең ҡулланышта йөрөү-йөрөмәүен иҫәпкә алыу мөһим. Мәғәнәгә килгәндә, айырыуса иғтибарлы булыу фарыз. Миҫал өсөн, “түл” һүҙен алайыҡ, уның мәғәнәһен аңлатып тороу кәрәкмәҫтер. Фамилияларҙа уны“түләү” йәки “тулы” һүҙҙәре менән бәйләп, матди байлыҡҡа алып барып тоташтыралар: Түләгәнев, Тулыбаев. Ә бит был исемдәр “балалары күп булһын, нәҫеле ишле булһын” тигән изге теләктән сығып сабыйҙарға ҡушылған. Шулай булғас, был фамилиялар башҡортса ошолай яңғырарға тейеш: Түлләгәнова, Түлебаева. Әйткәндәй, “аҙыҡң-түлек” һүҙендә “аҙыҡ-түллек” тип яҙыу дөрөҫ булыр ине, минеңсә. Яппаров, Зиннуров, Мофаззалов, Ғиззәтуллин, Харрасов, Батталов кеүек фамилияларҙа ҡуш тартынҡыларҙың береһен төшөрөп ҡалдырыу йыш күҙәтелә. Һуңғыһы күрше өлкәләрҙә хатта Боталовҡа әйләнеп китә. 

Дауамын "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының яңы, 5-се һанында уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Х.З. АЛТЫНБАЕВА,

хаҡлы ялдағы уҡытыусы һәм журналист, Күмертау ҡалаһы.   

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: