Бөтә яңылыҡтар

Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә 100 таҡтала бер юлы шашка уйыны сеансы үткәрелде.Совет майҙанында теләгән һәр кеше танылған спортсылар менән көс һынаша алды. Был акция Рәсәй Спорт министрлығының 100 йыллығы хөрмәтенә ойошторолдо.

Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы
Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы

Шашка сеансында билдәле спортсылар Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова, Марсель Шәрәфетдинов, Кристина Осипова и Елена Мильшина ҡатнашты. Сараға ете тапҡыр донъя чемпионы, һигеҙ тапҡыр Европа чемпионы, Бөтөн донъя интеллектуаль уйындарында ике тапҡыр еңеүсе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы депутаты Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы старт бирҙе.
Шашка сеансында республика мәктәптәре уҡыусылары үҙ көсөн һынаны. 7 кеше уйынды "ничья" менән тамамланы. Һәр ҡатнашыусыға автографлы блокноттар бүләк ителде.

Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, "Башҡортостан" шашка мәктәбенең директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы :

Бөгөнгө Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнөндә үткәрелгән сара буласаҡ чемпиондарҙың бәҫен, дәрәжәһен, уларҙың еңеүгә булған ынтылышын көсәйтеү маҡсатынан сығып эшләнгән.
Республикабыҙҙа шашка спортына оло иғтибар бүленеүе менән бәхетлебеҙ. Исмедәре бар донъяға танылған чемпиондарыбыҙҙың үҙҙәренә лайыҡлы алмаш әҙерләүе ҡыуаныслы.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә 5 июндән 13 июнгә тиклем Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының халыҡ-ара шашка турниры уҙа. 15 илдән килгән гроссмейстерҙар ҡатнашҡан сарала Шашка буйынса халыҡ-ара федерацияның яңы составы раҫланасаҡ.
Республикабыҙ балаларын бөгөнгө байрам менән ихлас тәбрикләйем!

Яҡупова Рәзилә:

Беҙ Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылынан килдек. Ҡыҙым Яҡупова Миләүшә 2 класта уҡый. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағында өләсәһе шашка уйнарға өйрәтте, мәктәпкә барғас, шашка түңәрәгендә шөғөлләнә башланы. Бик теләп, ихлас йөрөй түңәрәккә. Азат Әкрәм улы Әхмәтов етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусылар төбәк ярыштарында һәр саҡ призлы урындар яулай. Ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыуыбыҙға ифрат шатбыҙ!

Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы
Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы
Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы
Шашка уйыны - 100 таҡтала бер юлы
Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас: