Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Июнь 2023, 22:05

12 июндә, бөтөн ил - Рәсәй көнөн, өфөләр Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы билдәләне

Тағы ла был көндө Башҡортостан халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләй. Әйткәндәй, уның тураһында бик күп китаптар һәм ғилми мәҡәләләр яҙылған, ҡала, район, хоккей клубы, урамдар, проспекттар уның исеме менән аталған.

12 июндә, бөтөн ил - Рәсәй көнөн, өфөләр Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы билдәләне
12 июндә, бөтөн ил - Рәсәй көнөн, өфөләр Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы билдәләне

Башҡорт халҡы хәтерендә Салауат Юлаев - 20 йәшлек шағир, полководец, иңендә - өмөт тауҙары, ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсән рухын йөрөткән буйһонмаусан титан. Салауат Юлаевтың кем булғанлығы тураһында тулыраҡ «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайтында таныша алаһығыҙ: https://vk.cc/coGPaO

Республиканың баш ҡалаһында 12 июндә үтәсәк байрам саралары һәм йәмәғәт транспорты хәрәкәтенең схемаһы хаҡында үҙенең сәхифәһендә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яҙҙы.

Ә БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында Рәсәй көнө уңайынан республика халҡын ниндәй саралар көтөүен белергә мөмкин: https://vk.cc/coGP3X

Байрам менән!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: