Файҙалы эштәр йылы
13 Июня 2023, 06:18

Бөтә Рәсәй олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары «Етегән» полилингваль слетына йыйыла

Слетта полилингваль мәктәптәрҙән 80 бала ҡатнашасаҡ. Улар – Бөтә Рәсәй олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары, фестивалдәре ҡатнашыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары.  Слёт Өфө ҡалаһының «Чайка» балалар һауыҡтырыу лагерында ойошторола. Уға ярашлы, һәләтле балаларҙы үҫтереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә, тел, коммуникатив компетенциялар, тренингтар, интенсивтар, ижади дәрестәр, рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә оҫталыҡ дәрестәре, билдәле шәхестәр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойоштороуға йүнәлтелгән уҡытыу сараларын үткәреү планлаштырыла. Бында ҡатнашыусылар биш көн дауамында тел мөхитенә сумып, республиканың төрлө мөйөштәренән һәләтле тиҫтерҙәре менән танышыу, аралашыу мөмкинлеге аласаҡ.

Бөтә Рәсәй олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары «Етегән» полилингваль слетына йыйылаБөтә Рәсәй олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары «Етегән» полилингваль слетына йыйыла
Бөтә Рәсәй олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары «Етегән» полилингваль слетына йыйыла

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә 4 полилингваль мәктәп эшләй: 2-һе – Өфөлә, 1-әүһе – Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала. Быйыл Хәйбулла һәм Учалы райондарында яңы полилингваль күп профилле мәктәп асыу, Мишкә районында һәм Сибай ҡалаһында капиталь ремонттан һуң 2 ғәмәлдәге дөйөм белем биреү ойошмаһын полилингваль мәктәп итеү үҙгәртеү планлаштырыла.

 

"Йәшлек"

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас