Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Июнь 2023, 11:01

Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте

Шулай уҡ был көндө Башҡортостан халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләне.

Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте

Байрам саралары сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына, Салауат  Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел яры буйында республика етәксеһе спорт фестивале майҙансыҡтарын ҡараны. Артабан ул Өфө балалар коллективтарының концертында һәм грек-рим көрәше буйынса турнирҙа булды.

Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһы байрамдың сағыу бер сараһы булды. 1947 йылда нигеҙ һалынған паркты реконструкциялау буйынса күләмле проект тамамланған.

Байрамдың киске программаһы үҙ эсенә “Ҡашҡаҙан” паркында үткән “Һыу нуры” йәштәр фестивален һәм башҡа мәҙәни сараларҙы алды. Ҙур һәм сағыу тантана 23.00 сәғәттә Үҙәк майҙанда фейерверк менән тамамланды.

 
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Кисә Өфө халҡы Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 449 йыл тулыуҙы байрам итте
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: