Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Июнь 2023, 10:15

«Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» кеүек халыҡ уйындарын уйнай беләһегеҙме?

Әгәр белмәһәгеҙ йә уйнарға теләһәгеҙ, 21 июндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда Киске уйын ойошторола. Сара барышында тамашасыларҙы сағыу номерҙар, дәртле бейеүҙәр, йәнле музыка һәм халыҡ уйындарын уйнатыу көтә.

«Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» кеүек халыҡ уйындарын уйнай беләһегеҙме?
«Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» кеүек халыҡ уйындарын уйнай беләһегеҙме?

Байрамды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиеваның, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинованың, популяр артистар Ян Лира һәм Ильяс Кинйәғоловтың сығыштары биҙәйәсәк.

Байрамға килеүселәр «Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» кеүек халыҡ уйындарында ҡатнаша аласаҡ.

Пушкин картаһы ғәмәлдә: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/8334-kiske-ujyn

Сара киске 7-лә башлана.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: