+11 °С
Облачно


Урындағы үҙидара органдары етәкселәренә муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата шундай уҡ ҡарар ҡабул итергә кәңәш ителә. Бынан тыш, 24 июндә башҡа эш биреүселәргә лә хеҙмәт коллективтарын эшкә сығарырға тигән тәҡдим бар.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, ял көндәрен күсереү 26 – 28 июндә Өфөлә «Рәсәй-Беларусь» форумын уҙғарыуға бәйле. Ә 28 июндә республикала Ҡорбан байрамы билдәләнә.