Документтарҙы:
- белем биреү ойошмаһына шәхсән;
- юғары уҡыу йорто сайты аша;
- Рәсәй почтаһы аша;
- Дәүләт хеҙмәттәрендә «Юғары уҡыу йортона онлайн инеү» суперсервисы ярҙамында https://www.gosuslugi.ru/vuzonline тапшырырға мөмкин.
Документтар ҡабул итеүҙең тамамланыу датаһын белем биреү ойошмаһында асыҡлағыҙ.
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары сайттары:
- Өфө дәүләт нефть университеты https://pk.rusoil.net/;
- Өфө фән һәм технологиялар университеты https://uust.ru/admission/;
- Башҡорт дәүләт медицина университеты https://priem.bashgmu.ru;
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты https://bspu.ru/unit/196;
- Башҡорт дәүләт аграр университеты https://www.bsau.ru/abitur/
- З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты https://ufaart.ru/abitur/priyom-2023/;
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы https://pk.bagsurb.ru/main/.
Һөҙөмтәләрҙе оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк: уҡырға ингәндәрҙең исемлеген 27 июлдә үк баҫтырып сығарырға ниәтләйҙәр.
Студенттарҙы ҡабул итеү ике этапта үтә. 28 – 30 июлдә – олимпиадасылар, ташламаға эйә булғандар һәм маҡсатлы йүнәлтмәһе булғандар өсөн өҫтөнлөклө, 3 – 9 августа ҡалған абитуриенттар өсөн ҡабул итеү ойошторола.
Әгәр факультетта урындар ҡалһа, өҫтәмә ҡабул итеү уҙғарылыуы ихтимал. Уның ваҡытын уҡыу йорто үҙе билдәләй, ләкин ул 29 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан