Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июль 2023, 17:19

"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы

Миҙал алғығыҙ киләме?  Бының өсөн хәләл ефетең менән 25 йыл бергә йәшәү, кеше араһында хөрмәт ҡаҙаныу, балаларыңды яҡшы итеп тәрбиәләү ҙә етә!

"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы
"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы

Башҡортостанда 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү сараһы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа була.

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.

Миҙалдың бер яғында байрам символы – аҡ сәскә, икенсеһендә кенәз Петр һәм уның тоғро ҡатыны Феврония төшөрөлгән. Миҙал менән бергә ныҡлы ғаиләләргә танытмалар һәм махсус билдә тапшырыла.

Фото: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас