Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йәйге лагерҙарында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан балалар ял итә

Башҡортостан йәйге лагерҙарында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ике меңләп бала ял итер тип көтөлә. Бөгөн бер төркөм ҡунаҡтарҙы Мәләүез һәм Ғафури райондары ҡабул итте. Ҡунаҡтар өсөн Ғафури районы лагерында бар шарттар тыуҙырылған. Ял үҙәгенең хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы ғына ни тора!

Балаларҙы ла һоҡландырғаны шул. Шуға ла уйындар ҙа башлыса саф һауала уҙғарыла. Донецк халыҡ республикаһы балаларына Табын ере буйлап экскурсия ла ойошторолған. Улар милли ҡомартҡылар, фольклор менән танышып ҡына ҡалмай, бында башҡорт балына дегустация ла үткәрелә.

Сығанаҡ: БСТ Яңылыҡтар

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: