Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә тиҙҙән "Әйҙә, играть" фестивале уҙасаҡ

Баш ҡалабыҙ Өфөлә тиҙҙән беренсе Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Был сараға әҙерлек буйынса күптән түгел кәңәшмә уҙҙы. "Әйҙә, играть" фестивале Өфөнөң барыбыҙ ҙа яратып өлгөргән Совет майҙанында 16 - 20 августа үтәсәк.

Өфөлә тиҙҙән "Әйҙә, играть" фестивале уҙасаҡ
Өфөлә тиҙҙән "Әйҙә, играть" фестивале уҙасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров майҙа Өфөлә уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары етештереүселәрҙе йыйырға ҡушҡайны. Әлеге сара ошо күрһәтмәне үтәү маҡсатында ойошторола. 

Кәңәшмәлә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, РФ Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина, БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко, башҡа министрлыҡтар һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: