Бөтә яңылыҡтар

«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы

Һағынып көтөп алған йәйге каникулдарҙың иң ҡыҙыу мәле бара. Ошо сәбәпле “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы «Йәмле каникулдар – 2023»  исемле фотоконкурсҡа барлыҡ яҙылыусыларын ҡатнышырға саҡыра. Конкурс шарты буйынса, ҡатнашыусылар фекеренсә уңышлы тип иҫәпләгән, тик быйылғы йәйге каникулдар мәлендә төшкән өр-яңы фотоларын комментарийҙарға беркетергә тейеш.

«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы
«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы

Конкурс 07.07.2023 й. башлана һәм 21.07.2023 й. тамамлана. Фотола кемдәр йәки нимәләр төшкән, шулай уҡ авторының исем-шәрифтәрен яҙып ҡуйырға ла онотмағыҙ!

Иң текә, иң сағыу һәм оригиналь фото хужаһын “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан бүләк көтә!

Фото: https://bogatyr.club/29169-fon-letnie-kanikuly.html

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: