Файҙалы эштәр йылы
15 Июля 2023, 16:13

Әбйәлил районында бөгөн “Ер ҡото” фестивале үтә

Байым ауылы биләмәһендә уҙған сараға хәрби хәрәкәттәр, ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары саҡырыла. Бында һәр кемгә бушлай медицина, психологик, социаль, юридик ярҙам алыу мөмкинлеге була. Фестивалдә тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, сертификаттары булған халыҡ табиптары ҡатнаша.

Әбйәлил районында бөгөн “Ер ҡото” фестивале үтәӘбйәлил районында бөгөн “Ер ҡото” фестивале үтә
Әбйәлил районында бөгөн “Ер ҡото” фестивале үтә

Әбйәлил  ерендә шулай уҡ “Ҡомартҡы” Урал аръяғы йәштәре форумы ла үтә. Унда “Быуындар сылбыры” шәжәрә конкурсы, лаҡаптар бәйгеһе, милли спорт ярыштары ойошторола, башҡорт эстрадаһы артистары сығыш яһауы көтөлә тип белдерелә рәсми сығанаҡтарҙа. 
📸 Сарала ҡатнашыусыларҙан сағыу фотолар һәм мәғлүмәттәр көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас