Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Июль 2023, 09:40

60 йәш тулған булыр ине..

Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың тыуыуына 60 йыл.

60 йәш тулған булыр ине..
60 йәш тулған булыр ине..

А.В. Достовалов 1963 йылдың 17 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа.
2000 йылда Аргун тарлауығында 776-сы бейеклекте чечен боевиктарынан азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Ул үҙенең 4-се ротаһы менән ошо бейеклектә алышҡан 6-сы ротаға ярҙамға килә. Яу ваҡытында бер нисә тапҡыр яраланыуына ҡарамаҫтан, көрәшеүен дауам итә. Сираттағы пуля уның ғүмерен өҙә. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугиргә үҙе үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Өфөнөң Еңеү паркында локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарға һәйкәлгә Александр Доставаловтың да исеме уйылған.
Бөгөн Александр Доставаловтың исемен ирекле башҡорт батальондарының береһе йөрөтә. Ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: