

Осрашыу барышында кескәйҙәр үҙҙәренең һорауҙарын да бирҙе. Мәҫәлән, Радий Фәрит улының бала сағында кем булырға теләүе тураһында ҡыҙыҡһындылар.
"Һеҙҙең кеүек сағымда биолог булырға теләй инем. Хайуандарҙы бик яратам. Бесәйҙәр тураһында иншалар яҙа, йәнлектәр тураһында күп уҡый торғайным. Аҙаҡ милиционер, тренер булырға теләнем. Бына республика Башлығы булып киттем", - тине ул.
"Беҙҙең маҡсат - балаларҙың йылмайып, тыныслыҡта һәм изгелектә үҫһен өсөн барыһын да эшләү. Бының өсөн шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙ балаларҙы һәйбәт кешеләр итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Республика кимәлендә бының өсөн күп нәмә эшләнә. Осрашыуыма бик шатмын! Киләсәктә был ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тормошонда барыһы ла яҡшы булһын", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov.