Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Июль 2023, 17:55

Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был лицей Менделеев урамында урынлашасаҡ. Ул “Башҡортостан” күргәҙмәләр комплексынан “Аҡ йорт”ҡа тиклемге һыҙатта төҙөлөр, тип күҙаллана.

Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай
Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай
Лицей-интернатта 6-11 класс уҡыусылары йәшәй һәм белем аласаҡ. Төҙөлөштөң тәүге этабында уҡыу һәм йәшәү корпустары һалынасаҡ, артабан бассейн һәм теннис корты булдырылыр. Төҙөлөш эштәрен тамамлау ваҡыты элегә билдәһеҙ.
Фото: ufa450.ru
 
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: