Файҙалы эштәр йылы
24 Июля 2023, 11:39

Ил Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин хәрби дәрәжәле граждандарға запаста булыу йәшен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Ил Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙыИл Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы
Ил Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, хәҙер запаста элеккенән биш йылға оҙағыраҡ буласаҡтар.

Беренсе разрядлы хәрби бурыслыларға сикке йәш 35-тән 40 йәшкә, икенсе разрядлыларға  — 45-тән 50 йәшкә, өсөнсө разрядлыларға 50-нән 55 йәшкә тиклем күтәрелә.

Өлкән офицерҙар мобилизация резервында — 65 йәшкә, кесе офицерҙар 60 йәшкә тиклем ҡаласаҡ.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-24/i-tibar-vladimir-putindy-ya-y-zakon-a-ul-uy-y-3353463
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас