Бөгөн ул – заман талаптарына яуап биргән Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы булараҡ билдәле. Уҡытыусылар оҫтаханаһы булған ул уҡыу йортон тамамлауыбыҙға 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, барыһы ла бөгөнгөләй хәтерҙә. Беҙ Фруза Йәғәфәр ҡыҙының һәр дәресен көтөп ала инек. Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем кимәлдәре лә төрлө булған студенттар, хатта телде белмәгәндәре лә берҙәй яратып, тырышып өйрәнде уның предметтарын. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки ул беҙҙе иҫ киткес бай һәм төҙөк телмәре, ауыр материалды ла ябай һәм аңлайышлы итеп биреүе, теорияны оҫта итеп практика менән бәйләүе, үҙ фәнен яҡшы белеүе менән һоҡландыра ине. Уҡытыусыбыҙ биргән һабаҡтар, матур дәрестәр һаман да иҫтә. «Ул дәрескә күңел ҡанаттарында осоп килеп керә», – тип яҙғайны бер иншаһында Гөлназ Ҡолһарина уның хаҡында. Мәҡәл һәм әйтемдәр менән байытылған камил телмәре, йор һүҙлелеге, үҙүҙенә талапсанлығы, өҙлөкһөҙ белемгә ынтылышы уҡыусыларына ла күсте. Бөгөн унан белем алған студенттар Башҡортостаныбыҙҙың төрлө өлкәләрендә билдәле шәхестәр булып танылды, күптәре мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында етәксе булып, ғөмүмән, мәғарифтың төрлө өлкәләрендә хеҙмәт итә.
Ф.Й. Хәбибуллина хеҙмәт юлын 1974 йылда Мәләүез районында башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм башланғыс мәктәп мөдире булараҡ башлай. 10 йылға яҡын Салауат ҡалаһындағы интернат-мәктәптә эшләй. Төрлө яҡтан йыйылған, ата'әсәһенән айырылған кескәйҙәргә белем һәм тәрбиә менән бергә күңел йылыһын биреп, һәр бала кисерештәрен аңлап мөғәллимлек итеү уны үҙ эшенең оҫтаһына әүерелдерә. Остазыбыҙ 20 йыллап ғүмерен урта һөнәри белем биреү учреждениеһына бағышлай. 1986 йылдан 2005 йылға тиклем педагогия колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бүлек мөдире булып эшләй. Күпме студенттың һөнәри уңыштары инешендә уның фатихаһы һәм хеҙмәте ята!
2006 йыдан башлап 2021 йылға тиклем Фруза Йәғәфәр ҡыҙы Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡалалағы берҙән-бер 25-се башҡорт гимназияһы директоры һәм Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы вазифаларын башҡара. Һоҡланғыс хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға ул. Уҡытыусыбыҙ бөгөн дә сафта, йәмғиәт тормошо менән ҡайнап йәшәй. Ҡаланың саңғы буйынса ярыштарында, марафондарҙа ла әүҙем ҡатнашыусы ул Фруза Хәбибуллина. Уға ҡарап, ысын уҡытыусы һәм остаз, өлгөр ҡатын-ҡыҙ тап шундай булырға тейешлегенә инанабыҙ.
Ғаилә, дәрәжәле эш, фән – ошо өс йүнәлеште берҙәй уңышлы, берҙәй емешле алып бара белеү – һирәктәр өлөшө.
Ф.Й. Хәбибуллинаның эшмәкәрлеге күп яҡлы. 1983 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә, 1989 йылда икенсе юғары белемгә эйә була – Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2004 йылда Башҡорт дәүләтуниверситетында аспирантурала уҡып, «Башҡорт теленең пунктуацион системаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшә.
2010 йылда донъя күргән «Башҡорт теле» педагогия колледждары һәм училищелары өсөн дәреслектә, «Башҡорт теле грамматикаһы. Синтаксис. III том» хеҙмәтендә «Пунктуация» бүлеге Фруза Хәбибуллина тарафынан яҙыла. Бынан тыш төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, методик семинарҙарҙа төплө һәм фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһай, тәжрибә уртаҡлаша.
Фруза Йәғәфәр ҡыҙы – һоҡланғыс гүзәл зат. Тормош юлдашы Ирек ағай менән улына һәм ҡыҙына һәйбәт тәрбиә, белем бирәләр, өлгөлө атай һәм әсәй, хәҙер инде яратҡан өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәре шатлығында ғүмер кисерә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа, шуны ҡойоп ҡуя торған оҫта ҡуллы хужабикә лә ул.
Оло тормош тәжрибәһе туплаған, маҡтауҙарға лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән Ф.Й. Хәбибуллина мәғариф өлкәһендә лә, идаралыҡ эшендә лә үҙен талантлы етәксе, тәжрибәле белгес, йәмәғәт эшмәкәре һәм ышаныслы хеҙмәткәр итеп танытты. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исемдәр менән баһаланды.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, хөрмәтле остазыбыҙ онотолмаҫ дәрестәре, аҡыллы кәңәштәре, төплө һабаҡтары һәм үҙенең булмышы менән һәр саҡ беҙгә өлгө булып ҡала.
В.Ә. ШӘЙӘХМӘТОВ,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия
университеты проректоры, филология фәндәре кандидаты;
Г.Ш. ДӘҮЛӘТҠОЛОВА,
өлкән уҡытыусы