Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Июль 2023, 08:59

Өфөлә 589 сығарылыш уҡыусылары «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин һөйләүенсә, Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса сығарылыш уҡыусыларының 29 эше 100 балға баһаланған.

Өфөлә 589 сығарылыш уҡыусылары «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде
Өфөлә 589 сығарылыш уҡыусылары «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң 38-се мәктәбен тамамлаған Анастасия Пантелейко 2 фәндән максималь балл алған: былтыр урыҫ теленән имтиханды X синыф уҡыусыһы булараҡ тапшырһа, быйыл ул инглиз теленән дә һынатмаған. 

Шулай уҡ, Азат Батыршин: «Йыл һайын иң яҡшы, талантлы һәм эшһөйәр сығарылыш уҡыусыларына белемгә ынтылыштары өсөн тик яҡшы билдәләре булған аттестаттар тапшырыла», - тип өҫтәне.

Был уҡыусылар урта дөйөм белем тураһында аттестат менән бергә «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалына ла лайыҡ булды.

Быйыл 589 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында юғары белем кимәлен раҫлаған һәм тик яҡшы билдәләре булған аттестат һәм миҙал алды.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2022/23 уҡыу йылында Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә XI синыфты тамамлаған 4 мең 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡала биләмәһендә 25 имтихан үткәреү пункты эшләп килде. Төп һынауҙар осоро 20 июнгә тиклем дауам итте.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: