1986 – 1987 йылдарҙа – Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтының туған телдәр кабинеты мөдире. 1987 йылдан М.Б. ЮлмөхәмәтовБашҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығында эшләй. Бер йыл Мәғариф министрлығында туған телдәр буйынса инспектр була. 1987 йылдан алып 2007 йылға тиклем БР халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары йөгөн тарта. 2007 йылдан, хаҡлы ялға сыҡҡас, Республика ғилми-методик уҡытыу үҙәгенең
директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында доцент вазифаһын башҡара.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, 40-лап дәреслек һәм методик ҡулланмалар авторы, 40 йылдан ашыу ғүмерен Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә бағышлаған, 20 йылға яҡын Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған арҙаҡлы замандашыбыҙ хаҡында яҙыу – бик яуаплы эш. Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовтың хеҙмәт биографияһын сағылдырған йылдар һәм ул биләгән вазифалар теҙмәһен
биргәс, тағы нимә яҙырға, тип уйға ҡалдым. Был йылдар, вазифалар теҙмәһе артында бар йөрәк йылыһын биреп, алһыҙялһыҙ эшләп, аҡыл һәм физик көс сарыф иткән замандашыбыҙҙың оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт юлы ята. Үҙенең балалыҡ йылдары, атай-әсәһе хаҡында былай тип хәтерләй: – 1947 йылдың йәмле май айында Учалы районының Ильинка ауылында Мәстүрә менән Бәхтиәр Юлмөхәмәтовтар никахынан тыуғанмын. Ильинкала ҙур алтын приискыһы булған, атайым ҡустыһы Ихтыяр менән старатель булып эшләгән. 1941 йылда икеһе лә һуғышҡа алына. 1944 йылда атайым яраланып ҡайта, ә ҡустыһы хәбәрһеҙ юғала. Миңә йәш ярым булғанда, әсәйем ҡаты ауырып, гүр эйәһе була.
Әсәй наҙынан ҡалып, үгәй әсәй ҡулында үҫтем. Ильинкала башланғыс мәктәп кенә булғас, атайым, беҙҙең хаҡта уйлаптыр, Сәфәр ауылына күсеп килә.
– Сәфәр урта мәктәбен 1966 йылда тамамланым. Тырышып ҡына уҡыным. Туған тел, әҙәбиәт, тарих, география фәндәрен яраттым. VI –VII кластарҙашиғырҙар яҙып маташтым, ҡыҫҡа ғына
мәҡәләләрем район гәзитендә баҫыла ине. Лиә Мөхәмәт ҡыҙы, Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙының дәртләндереп тороуҙары быға этәргес булғандыр. Өлкән кластарҙа комсомол ойошмаһының етәксеһе булдым.
Үҙенең университетҡа ингән йылдары хаҡында былай тип хәтерләй:
– БДУ-ға инеү имтихандарын тапшырып бөткәс, беҙҙе, абитуриенттарҙы, деканатҡа әңгәмәләшеүгә саҡырҙылар. Рәмзилә Хисаметдинова, Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева, Миңлебикә Йәрмөхәмәтова ярайһы уҡ ҡалын папкалар тотоп килгәйнеләр, моғайын, улар шиғырҙарын килтергәндәрҙер. Мин дә буш ҡул менән түгел инем. Минең папкала “Ураҡ һәм сүкеш”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләрем, хикәйәләрем, бер ҡайҙа лабаҫылмаған 2 – 3 повесым да бар ине. Күңел төшөнкөлөгө мәлендә ул повестарым көлгә әйләнделәр...
Төркөмдәштәре Миндибай Бәхтиәр улын үҙҙәренең алыштырғыһыҙ старостаһы, университеттың профком ағзаһы, профкомдың казначейы, Радищев стипендиаты, БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлаусы, тип хәтерләй.
– Ауыр булманымы, нисек өлгөрҙөгөҙ? – тигән һорауға ул ихлас ҡына итеп:
– Юҡ, ауыр булманы, үҙемә ышанып тапшырылған һәр эште намыҫ менән, бөтә күңелемде биреп башҡарҙым. Йәштәштәремә ярҙам итә алыуым, уларға кәрәкле булыуым миңә көс һәм дәрт бирҙе. БДУ-ла уҡығанда актив тормош позицияһында булыу киләсәктә үҙ һөнәрем буйынса уңышлы эшләүгә ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Ысынлап та шулайҙыр. Ул мәктәп директоры вазифаһынан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Ошо вазифала ул 20 йылға яҡын арымай-талмай хеҙмәт итте. Урынбаҫар булып эшләү уны бер ваҡытта ла ҡурҡытмай. Биш министр менән дә килешеп эшләй. «Сәбилә Ғәйзулловна үҙенең урынбаҫары булырға
тәҡдим иткәс, уйландым. Шикләнеп кенә ризалыҡ бирҙем. Республика кимәлендә етәксе булып эшләүемде күҙ алдына ла килтермәй инем. Әммә республикала үҙ коллективы йыйылышында һайлап ҡуйылған беренсе урынбаҫар булыуым миңә дәрт өҫтәне, көс бирҙе.
Уңышлы эшләп киттем. Миңә С.Ғ. Сөләймәнова, Р.Ғ. Гарданов, Ф.Г. Хисамитдинова, Ғ.М. Мөхәмәтйәнова һәм З.Й. Рәхмәтуллина менән бергәләп мәғариф йөгөн тартырға тура килде. Килешеп эшләй алыуымдың сере шунда: беҙ бөтәбеҙ ҙә бер теләк, бер маҡсат менән яндыҡ. Ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙыштыҡ, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ булды. Беҙҙең барыбыҙҙа ла ныҡышмалылыҡ, үҙ ҡараштарыңды, фекереңде яҡлай белеү сифаттары бар ине. Хеҙмәтебеҙҙәге уңыш нигеҙе берҙәмлектә икәненә ышана инек», – тип хәтерләй М.Б. Юлмөхәмәтов.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ, педагог-ғалим, дәүләт эшмәкәре Миндибай Бәхтиәр улы менән эшләгән етәкселәр әйткән фекерҙәрҙе килтереп үтеүҙе кәрәкле тип һанайым.
– Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы беренсе көндән үк үҙен иҫ киткес эшмәкәр, белемле, аҡыллы белгес итеп танытты. Урынбаҫарымдан уңдым. Ҡойон һымаҡ эшләне, бүлектәрҙе лә эшләтте.
С.Ғ. Сөләймәнова, БАССР-ҙың 1985 –1988 йылдарҙағы мәғариф министры.
– Кеше даланлы булып тыуа, әммә бәхетте үҙ ҡулдары менән үҙе ҡоя. Ә бәхет ҡойоу – тәбиғәттән һалынған һәләтеңде аса алыу, үҙеңде табыу һәм үҙең башҡарған эштән ҡәнәғәтлек кисереү ул. Был фекер Миңдибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовҡа туранан-тура ҡағыла.
Мәрйәм Бураҡаева, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
– Мәғариф тип әйтһәк, беҙ Юлмөхәмәтовты күҙ уңында тотабыҙ, ә Юлмөхәмәтов тип әйтһәк, тотош мәғариф күҙ алдына баҫа. М.Ә. Әйүпов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең элекке Премьер-министр урынбаҫары.
Замандашыбыҙ ябай, кешелекле, һоҡланғыс шәхес М.Б. Юлмөхәмәтов әле лә беҙгә кәңәшсе лә, өлгө лә, остаз да булып тора.
Р.Т. СОЛТАНОВА,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы