Римма Ғәлимованың шиғырҙары мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ район, республика матбуғатында баҫыла. 1993 йылда, студент сағында уҡ, “Китап” нәшриәтендә “Тәҡдир” тип аталған беренсе шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. “Мин – Юрматы ҡыҙы” (2001), “Урланған бәхет” (2013) тип аталған китаптарында шағирә Ватан, мөхәббәт, йәшәйештең мәңгелек темалары аша тормоштағы ысынбарлыҡты асып һала. Уның шиғырҙары образлылығы, шул уҡ ваҡытта ябай тел менән яҙылыуы менән уҡыусыны ышандыра.
Лирикаһы ихласлығы менән күңелде арбай. Римма Ғәлимова – “Илһам шишмәләре” республика шиғриәт фестиваленең “Мин – лирик” номинацияһы лауреаты.
Ул публицист булараҡ та билдәле. 1999 йылда мәҡәләләр серияһы өсөн “Өмет” республика йәштәр гәзитенең лауреаты була. Ошо уҡ йылда Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзына ҡабул ителә. 2004 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2012 йылда шағирәгә Х. Ғиләжев исемендәге премия тапшырыла.
Римма ҒӘЛИМОВА
Башҡортостаным
Осона сыға алмайым
Йөрәк хисенең…
Киләсәккә ҡалырмы һуң
Минең исемем?
Тыуған телен онотмаһа
Башҡорт балаһы.
Яҙған китаптар уҡылыр,
Булыр дауамы.
Ҡурай моңдары дәрт өҫтәр
Бишек көйөнә…
Ошо илдә тыуғанына
Һәр кем һөйөнә.
Сөнки беҙҙең Ватаныбыҙ
Мәңге берәү ул.
Башҡортостан илебеҙгә
Көслө терәү ул.
Гөл-баҡсалай ошо илдә
Йәшәйбеҙ күптән,
Тыуған яҡтың тартыу көсө,
Һауаһы бүтән!
Һауа ярып иламаным,
Булды осҡаным…
Күктәргә күтәрҙе мине
Башҡортостаным!
Рәсәй тиһәм...
Рәсәй тиһәм – әсәй иҫкә төшә,
Тәүге орлоҡтарҙы ул һипкән.
Йөрәгемдә илһөйәрлек хисе
Дуҫлыҡ хисе менән бер төптән.
Уртаҡ йортобоҙға кемдәр килһә
Барыһы ла таба таяныс.
Үҙенә ем һалған табағына
Төкөргәндәр генә аяныс.
Ғәжәйеп бай рухи көстө генә
Бүлешкәндән арта барыһы –
Ватансылыҡ һәм тыныслыҡ менән
Атһа икән таңдың һарыһы.
Илебеҙҙең берҙәмлеген һаҡлап,
Әйләндереп күркәм Ер шарын,
Йәшәргәлер беҙгә онотмайса
Рәсәй тигән көслө ил барын.
Рәсәй тиһәм – әсәй иҫкә төшә:
Тәүге орлоҡтарҙы ул һипкән…
Илһөйәрлек менән ватансылыҡ
Йөрәккә сигелгән бер ептән!
Әүһәләй
Олатайым йорто, ишек алды:
Балалыҡтан ҡалған тағаным,
Уға ҡарап, аяҙ бала саҡтың
Төпкөлөнә ҡараш бағамын.
Беҙ инек ул, әүһәләйҙән осоп,
Әрһеҙ тубыҡтарҙы ҡанатҡан;
Йондоҙҙарға етер өмөт ине
Хыялдағы ҡаурый ҡанатта.
Елеп атынғанда белмәгәнмен
Ниндәй осоштарым көткәнен,
Дуҫтарымдан ҡалғас ҡына белдем
Яҙмыш отоштары өткәнен.
Таған бейеклеге генә инек
Ул саҡтағы ҡыҙҙар, малайҙар,
Бер миҙгелгә йәнә ҡайтһа икән
Балалыҡта тороп ҡалғандар.
Олатайым йорто. Ишек алды:
Баласаҡтан ҡалған тағаным,
Хыял диңгеҙендә мин әле лә
Шул әүһәләй менән ағамын.
Салауат
Быуаттарҙы йырып ҡайтҡан рухың
Атайсаллы рухи ҡот аша,
Сал тарихтар йәнә ҡабатланып
Бөгөнгөгә барып тоташа.
Халҡым нуры – милли батырыбыҙ,
Данлай һине тыуған илебеҙ.
Йәнселгәндәй йәнең, һәммәбеҙгә
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз телебеҙ.
Тотҡонлоҡта һиҙҙеңме икән һиңә
Мәңгелеккә һәйкәл торорон?
Көрәш дауам итә: белмәйбеҙ шул
Ҡайһы дошман ҡапҡан ҡоророн…
Ямғыр яуа һинең тыуған көндә:
Йәшелләнеп ҡалды ағастар,
Бығауҙарын өҙгән башҡортомдоң
Азатлығын тартып алмаҫтар.
Бәхетле беҙ
Сал тарихтар төпкөлөнән килә
Яҙмыштары халыҡ, милләттең,
Ил башлығы йөктө үҙе тартҡас,
Бәҫе арта рухи ҡиммәттең.
Хеҙмәт тырышлығы берләштерә –
Ваҡыт һынауында сыныҡтыҡ.
Беҙҙең хеҙмәттә лә күренәлер
Сағылышы ватансылыҡтың…
Иркен һулап, ғорур һөйләшәбеҙ
Тыуған илдә башҡорт телендә,
Сикһеҙ бәхетле беҙ, йәшәгәнгә
Бәрәкәтле башҡорт ерендә.
Күктәр аяҙ, күңел күтәренке –
Һәммәбеҙҙе ҡояш иркәләр.
Башҡортостан тигән илем барҙа,
Ышаныслы тыуа иртәләр!
Мин – Юрматы ҡыҙы
Мин – Юрматы ҡыҙы.
Башҡорт ҡаны –
Нәҫелемдән килгән ғорурлыҡ.
Туған телем, ғөрөф-ғәҙәттәрем
Тарих менән бәхәс ҡорорлоҡ.
Буш вәғ(ә)ҙәләр мине ярһытҡанда,
Торатауға барып һыйынам.
Бәғерҙәрем ҡатҡан саҡтарымда
Ағиҙелгә төшөп ҡойонам.
Бөтә донъя тигеҙ үлсәнерҙәй
Ғәҙеллекте кемдән һорайым?!
Әҙәмдәрҙе бәхәс арытҡанда
Күңел тыныслығы – ҡурайым!