Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Июль 2023, 05:00

«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы еңеүселәре билдәле булды

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы иғлан иткән «Йәмле каникулдар – 2023» исемле фотоконкурсы аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙҙең тауыштарығыҙ ярҙамында еңеүселәр билдәләнде!

«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Йәмле каникулдар – 2023» фотоконкурсы еңеүселәре билдәле булды

Шулай итеп, беҙҙең еңеүселәр:

I урын – Балтас районының Иҫке Балтас ауылы 2-се мәктәбе уҡыуысһы Ғарифуллина Әлиә, Балтас районы Иҫке Балтас ауылы“Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Ғарифуллина Дилә һәм Ләйлә (276 тауыш). Етксеһе: Алһыу Ғарифуллина;

II урын –Баҡалы районы Иҫке Ҡатай мәктәбе уҡыусылары Мәғдинова Лиана һәм Диана (244 тауыш). Етәксеһе: Эльза Мәғдинова;

III урын –Салауат районы Мөрсәлим ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хөсәйенова Риана(193 тауыш). Етәксеһе: Регина Зиннәтуллина.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Тиҙҙән еңеүселәргә Почет грамоталары әҙер булыр, шулай уҡ әүҙем ҡатнашыусыларҙы Рәхмәт хаттары көтә. Беҙҙе социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барығыҙ!

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: