Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Июль 2023, 15:40

Ҡул эше – зауыҡлы ижад

"Урал" Этноүҙәгендә әленән-әле береһенән береһе ҡыҙыҡлыраҡ ҡул эштәре буйынса мастер-кластар булып тора. Ҡул эштәренең кешегә тылсымлы йоғонтоһо бар икәнен күптәр үҙҙәрендә тойғаны ла барҙыр, шулай бит? Психологтар билдәләүенсә, ҡул эштәренең һеҙҙе дауалаусы, ҡайһы бер ыҙалатҡан сирҙәрҙән арындырыусы “доктор” булыуы ла мөмкин. Ҡул эштәренең ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә, айырым нөктәләргә тәьҫир итергә, нервы күҙәнәктәрен ҡуҙғытырға тура килә. Күңелгә ятҡан ҡул эше төрө менән булыу йәнгә тыныслыҡ бирә, баш ауыртыуын баҫа, нервы көсөргәнешлегенән ҡотолдора. Аҡыл эшенән арығанда ошо шөғөлдән дә яҡшыраҡ ял юҡ.  

Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад

Настасья Денисовна Иванова һөнәре буйынса педагог, Diamonds инглиз теле студияһында балаларға инглиз теле серҙәрен өйрәнегә ярҙам итә.

- Эпоксид ыҫмала ярҙамында биҙәүестәр эшләргә төрлө сығанаҡтарҙан өйрәндем. Интернеттан бик күп видеолар ҡараным, китаптар уҡыным, мастер-кластарҙа ҡатнаштым. Ыҫмаланан матур-матур биҙәүестәр килеп сыға башланы, ябай ҡыҙыҡһыныу ысын мәғәнәһендә күңел эшемә әүрелде, - ти ул. Тиҙҙән Настясьяның әхирәттәре лә был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу белдереп, унан мастер-класс үткәреүҙәрен һорай башлай. Шулай итеп, оҫтабикәнең булған һөнәрен башҡаларға ла өйрәтеү теләге уяна.

Күптән түгел коллегабыҙҙың "Урал" этноүҙәгендә эпоксид ыҫмала менән эшләү буйынса бик сағыу мастер-класы үтте. Настасья Денисовна ыҫмаланың төрҙәре, ыҫмала менән эшләгәндә уңайлы эш алымдары, хәүефһеҙлек техникаһы тураһында ла ентекле аңлатма бирҙе. Һәр ҡатнашыусы өсөн индивидуаль эш ҡоралдары ла әҙерләнгән ине. Биҙәүестәрҙең зауыҡлығы өсөн бик күп төрлө киптерелгән үлән, сәскәләр, ялтырауыҡтар тупланған.

Мастер-класс бик позитив, күтәренке кәйеф менән барҙы. Күренеп тора – был шөғөл барыһының да күңеленә хуш килә.

Бына биҙәүес өсөн форма һайланды, алдан һайлап ҡуйған киптерелгән сәскәләр ярҙамында биҙәүестең яҡынса ниндәй булыуы төҫмөрләнде. Ыҫмаланың беренсе ҡатламы формаға ҡойолғандан һуң киптерелгән сәскәләрҙән биҙәк өҫтәлде. Ыҫмаланың икенсе ҡаты ошо биҙәктең өҫтөнә ҡойолоп, UF-лампа аҫтында тотолдо. Артабан эшләнәсәк биҙәүестең өҫтөнә форма яһаусы ҡатламдары яғылды. Ниһайәт тырышып, күңел һалып эшләгән биҙәүесебеҙ әҙер!

Был шөғөл барыһына ла донъяның ығы-зығыһынан ҡотолоп, ижади эшкә сумырға, фантазияны эшкә егергә, яңы хис-тойғолар кисерергә ярҙам итте. Мастер-класта ҡатнашыусы һәр кеше күңел ҡанаттарында осҡандай талпынып, көс-дәрт алып ҡайтып китте.

Һәр нәмәгә ижади ҡараған, уңған һәм һәләтле кешеләр күп арабыҙҙа. Настасья Иванова нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ул һәр ваҡыт яңы һөнәр үҙләштерергә, булған белемен теләгән һәр бер кешегә таратырға әҙер торған шәхес. Әгәр һеҙҙең дә был һөнәргә ҡыҙыҡһыныуығыҙ тыуһа, коллегабыҙға туранан-тура мөрәжәғәт итергә була. Практика күрһәтеүенсә, ҡул эштәренең кеше күңеленә ыңғай йоғонтоһо бик ҙур. Әгәр был шөғөлгә дуҫтарығыҙҙы һәм балаларығыҙҙы ла йәлеп итә алһағыҙ, барыһы өсөн дә бик файҙалы булыр.

 

 

Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: