

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ойошторған “Яҙыл һәм бүләк от” конкурсы еңеүсеһе:
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған мәлдәрҙән, студент йылдарҙан таныш. 80-90-сы йылдарҙа ул ваҡытта интернет юҡ, аңлатмалы һүҙлек 1992 йылда саҡ килеп сыҡты, шуға күрә беҙ бөтә булған мәғлүмәтте ошо «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналынан ала торғайныҡ. Ул баҫманың 60-сы йылдарҙан башлап 12 номеры бергә тупланған төпләнмәһе бар ине. Беҙ курс йәки диплом эше яҙғанда аҙаҡҡы 12-се һанды асып йыл буйы сыҡҡан материалдарҙың исемлеген ҡарап үҙебеҙгә кәрәкле мәғлүмәтте йыллыҡ материалдың эсенән эҙләп ала инек. Һәм, ысынлап та, беҙгә кәрәкле материал тап ошонда була торғайны.
Мин әлеге көндә лә 1987 йылдар тирәһенән, студент йылдарынан алып, яҙҙырам. Ошо журнал беҙгә беренсенән тәрбиәле, мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы булырға өйрәтһә, икенсе яҡтан иң кәрәкле, яңы мәғлүмәтле була торғайныҡ. Ул ваҡытта мәҡәләләр һирәк сыға торғайны, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына әлеге лә кеүек баҫылыуы еңел түгел ине. Әгәр ҙә бер мәҡәләң баҫылып сыҡһа, ҙур ваҡиға була торғайны. Уҡытыусыларыбыҙҙың сыҡҡан статьяларын ҡыуанышып айҙар буйы телдән төшөрмәй һөйләй торғайныҡ. Шул ваҡытта ул мәҡәлә менән доцент статусын алып була ине, йәғни баҫылып сыҡҡан статья ВАК мәҡәләһе булып һанала ине. «Совет тюркологияһы» һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдары шулай булды. Үҙемдең ғилми эштәремде лә уҡытыусыларға еткереү өсөн дә ошо журналға тәҡдим иттем, кандидатлыҡ һәм докторлыҡты алырға ныҡ ярҙам итте. Ғилми эшемдең һөҙөмтәләре яҡлау табыуы, йә киреһенсә бәхәсле урындары булыуы менән, тап «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ярҙам итә. Әлбиттә, еренә еткереп сығарған журнал хеҙмәткәрҙәренә, баш мөхәрриргә бик рәхмәтлемен.
Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университетта уҡып йөрөгән студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа журналдың сыҡҡанын бик һағынып көтөп алалар, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте үҙҙәренең практикаһына индерә.
Бөтә яңылыҡтарҙы күрһәтеп торған заманса, шәп журналда эшләүсе редакция хеҙмәткәрҙәренә, баш мөхәрриргә ныҡлы һаулыҡ, ижади асыштар, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге һәм ошо баҫманы һағынып көтөп тороусы күп уҡыусылар теләйем.»
Ләйлә Хөсәйенова
Еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!