Файҙалы эштәр йылы
3 Августа 2023, 05:27

Нимә ул «Һанлы һум»?

Нимә ул «Һанлы һум» - Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре аңлата

Нимә ул «Һанлы һум»?Нимә ул «Һанлы һум»?
Нимә ул «Һанлы һум»?

Дәүләт Думаһы һанлы һум индереү тураһында закон ҡабул итте. Һумдың ике формаһы бар:   ҡулаҡса - беҙҙең көшөлөктәге банкноталар һәм тәңкәләр   ҡулаҡсаһыҙ - банктағы, карталағы аҡса Һанлы һум - аҡсаның Рәсәй банкыһы ғәмәлдәге аҡса формаларына өҫтәмә рәүештә сығарырға ниәтләгән өсөнсө формаһы. Һанлы һумдар һанлы көшөлөктә һаҡланасаҡ. Ә көшөлөктәр Рәсәй банкыһы платформаһында асыла. Һанлы һумдар менән операциялар шунда уҡ үткәреләсәк. Һанлы көшөлөктәргә беҙ күнеккән дистанцион каналдар - мобиль ҡушымталар һәм интернет-банктар аша инеү мөмкинлеге буласаҡ. Ни өсөн һумдың өсөнсө формаһы кәрәк Кешеләр өсөн ыңғай яҡтары түбәндәгесә: - тиҙ арала аҡса күсереү, был аҡсаны тиҙ, уңайлы һәм сығымдарһыҙ күсерергә ярҙам итәсәк. - банк тарифтарына һәм сикләүҙәренә бәйле булмау - һанлы һумдарҙы интернет булмаған урында ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Финанс баҙары өсөн һанлы һум - финанс баҙарында конкуренцияны арттырыу, инновацион финанс продукттары булдырыуға һәм яңы түләү инфраструктураһын үҫтереүгә юл ул. Дәүләт өсөн - бюджет түләүҙәре менән идара итеүгә сығымдарҙы кәметеү һәм сикке түләүҙәрҙе ябайлаштырыу. Иғтибар итегеҙ. Закондың төп положениелары 2023 йылдың 1 авгусынан үҙ көсөнә инә. Әлегә был һынау осоро ғына, шуға күрә, 1 августан бөтә халыҡ һанлы һум менән файҙалана алмаясаҡ. Һанлы һум тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй банкыһы сайтында танышырға мөмкин #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас