

Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ташламаны раҫлау талап ителмәй.
Ташламаны юллау өсөн:
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға: - ғариза; - психологик-медицина-педагогик комиссияның һығымтаһы.
Инвалид балаларға: - ғариза; - медицина-социаль экспертиза белешмәһе.
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға: - билдәләнгән форма буйынса ғариза; - ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаған документтың күсермәһе; - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртипкә ярашлы башҡа документтар исемлеге төбәктәге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында күрһәтелгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына: - 5 -11-се класс уҡыусыларына бушлай туҡланыу тураһында билдәләнгән форма буйынса ғариза; - ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәптә туҡланыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 292-11-52. Эш ваҡыты: эш көндәрендә - 9:00-18:00, тәнәфес 13:00-14:00.