Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Август 2023, 18:09

«Башҡортостан уҡытыусыһы» (“Учитель Башкортостана”) журналы иғлан иткән "Ҡул эштәре фотоконкурсы" еңеүсеһе билдәле булды!

«Башҡортостан уҡытыусыһы» (“Учитель Башкортостана”) журналы иғлан иткән "Ҡул эштәре фотоконкурсы"на яҙылыусыларыбыҙ тарафынан бик күп ҡул эштәре өлгөләренең фотолары килде. Әйтергә кәрәк, конкурсанттар бик етди әҙерләнгән. Араларында ысын мәғәнәһендә “Оҫта” исемен йөрөтөрлөктәре бар. Шуға ла жюри ағзаларына айырып ҡына иң-иңде билдәләүе бик ауырға тура килде.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» (“Учитель Башкортостана”) журналы иғлан иткән "Ҡул эштәре фотоконкурсы" еңеүсеһе билдәле булды!
«Башҡортостан уҡытыусыһы» (“Учитель Башкортостана”) журналы иғлан иткән "Ҡул эштәре фотоконкурсы" еңеүсеһе билдәле булды!

Шулай ҙа жюри ағзалары кәңәшләшеп, конкурс барышында әүҙем ҡатнашып, иң күп төрлө ҡул эштәре ебәргән Зилдә Мәүлетова исемле ханымды беренсе урынға тәғәйенләне.

Еңеүсене ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙе редакцияла матур бүләк көтә.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һоҡланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!

Артабан барлыҡ ҡатнашыусыларҙы конкурстың “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ! Тауыш йыйыу 17 августың 17.00 сәғәтендә тамамланыр. Уңыштар!

Балалар төркөмө: https://vk.com/club156150050?w=app7198399_-156150050

Ололар төркөмө: https://vk.com/club156150050?w=app7198399_-156150050

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: