+4 °С
Болотло
Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Спорт – ул сәләмәтлек сығанағы.
Ул кешеләргә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, характерҙы нығыта һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Беҙ спортсыларыбыҙҙың уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Улар артабан да һынатмаҫ, тип ышанабыҙ. Байрам айҡанлы Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ғаиләләрегеҙгә именлек, яңынан-яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ!