Файҙалы эштәр йылы
15 Августа 2023, 13:01

Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы ноутбуклы булды!

Йылдағыса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында быйыл да төп приз – ноутбукты “Башҡортостан уҡытыусыһы” (“Учитель Башкортостана”) журналы яҙылыусыһы отто! 14 августа “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков  Ейәнсура районы Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы  Зифа Йәркәеваға алып килеп тапшырҙы.

Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы  ноутбуклы булды!Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы  ноутбуклы булды!
Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы ноутбуклы булды!

- Гәзит-журналдарға йыл да яҙылабыҙ. Республика кимәлендә үткәрелгән акцияға район гәзитенә һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылған квитанциялар күсермәләрен ебәрҙем дә оноттом. Уйламай ҙа йөрөй инек, туғандарыбыҙ һөйөнсөләне. Быйыл беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ та, бына бит, бәхет тә йылмайҙы - ноутбуклы булдыҡ, - ти Зифа Мөхәмәтсафа ҡыҙы.
Бүләкте иҫән-һау, шатлыҡ менән ҡулланырға булһын!
Әйткәндәй, тик 31 авгусҡа тиклем генә 2024 йылға матбуғатҡа быйылғы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. Милли баҫмаларға дәррәү яҙылып, башҡортса гәзит-журналдарҙы таратыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас