Файҙалы эштәр йылы
16 Августа 2023, 07:18

Ир ҡанаты ат булыр

Г.С. ҒАЙСИНА,Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы,«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе.  

Ир ҡанаты ат булырИр ҡанаты ат булыр
Ир ҡанаты ат булыр

Ир ҡанаты ат булыр
(Сағыштырыу һөйләм. VIII класс)

Маҡсат. Сағыштырыу һөйләм темаһын аңлатыу, дөйөмләштереү; уҡыусыларҙың логик фекерләүен, тыңлап аңлау, яҙма, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү;
башҡорт халҡының батырҙары, аттар тураһында мәғлүмәт биреү, тарихы менән таныштырыу.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет буйынса:
Сағыштырыу һөйләмдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
Предмет-ара бәйләнеш:
регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
танып белеү: Интернет селтәрендә, техник саралар ярҙамында кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;
коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап эшләү, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый
белеү.
Шәхес булараҡ формалашыу: туған телгә ыңғай ҡарашлы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алырға ынтылыусы
шәхес тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: “Башҡорт теле” дәреслеге, “Сағыштырыу һөйләм” темаһына слайдтар, эш ҡағыҙы, планшеттар, интерактив таҡта.
Дәрес төрө: яңы теманы өйрәнеү.

Дәрес барышы
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.
– Хәйерле иртә! Һаумыһығыҙ! Бер-беребеҙгә матур йылмайыу бүләк итеп, яҡшы кәйеф теләп эшебеҙҙе башлайыҡ.
Ерем белә: ниндәй дуҫ килһә лә,
Туғанылай башҡорт ҡосҡанын.
Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй,
Бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй,
Балҡый минең Башҡортостаным!
(Ирек Кинйәбулатов)
– Автор Башҡортостан тураһында
нимә ти? (Уҡыусыларҙың яуабы.) Ысынлап та, башҡорт ҡунаҡты һәр саҡ туғанылай ҡабул итә. Мин дә бөгөн һеҙҙең алсаҡ йөҙөгөҙҙө күреүемә шатмын.
Уҡыусылар, һеҙ дәрестә алған белемдәрегеҙ менән киләсәктә Ватаныбыҙға кәрәкле кешеләр булыу өсөн бер аҙым яһайһығыҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ ҙә шул аҙымға ҡушыла.
II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
– Дәрестәге һәр этап һайын алдығыҙҙа ятҡан эш ҡағыҙҙарына үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. Дөрөҫ эш 1 балл менән баһалана. Яңы темаға күсер алдынан үтелгәнде иҫкә төшөрәйек. Алдағы дәрестә нимә тураһында һөйләштегеҙ? (Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр тураһында.)

Экранға иғтибар итегеҙ. Бирелгән
һөйләмдәрҙе ошо һүҙҙәр болотон ҡулланып тикшерәйек. Был ниндәй һөйләм?
(Уҡыусылар эште уҡып, эйәрсән һөйләмдең
төрөн билдәләй.)
1. Аттарында сабышып килеүсе башҡорт егеттәре күренгәс, Буранбай дәртләнеберәк алыша башланы. (Ваҡыт һөйләм.)
2. Ат шул хәтлем матур юрта, әйтерһең дә, әкиәттәге аҡбуҙат сабып барамы ни!
– Ә икенсе һөйләм һеҙгә танышмы? (Уҡыусылар һөйләмдең грамматик нигеҙен таба.) Был – эйәртеүле ҡушма һөйләм.
Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән? Һөйләмгә ниндәй мәғәнә һалынған? Баш һөйләмдәге эш(хәрәкәт эйәрсән һөйләмдәге эш(хәрәкәт менән нимә эшләгән? (Сағыштырылған.) Тимәк, был эйәрсән һөйләм төрөн нисек
атар инегеҙ? (Сағыштырыу.)
– Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? (Сағыштырыу һөйләмдәр тураһында тулы мәғлүмәт алыу, практикала ҡулланыу.)
III. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
– Маҡсатыбыҙға ирешеүҙең беренсеаҙымы – сағыштырыу һөйләмдәр тураһында тулы мәғлүмәт табыу. Бының
өсөн беҙгә дәреслектәр ярҙамға килер.
120-се битте асып, иғтибар менән ҡағиҙәне уҡырға һәм таҡтала бирелгән һыҙманы тултырырға кәрәк. Эште төркөмдәргә бүленеп башҡарырбыҙ.

1-се рәт – сағыштырыу эйәрсән һөйләм нимәне белдереүен, баш һөйләмгә ниндәй мәғәнә биреүен;

2)се рәт – уның
баш һөйләмгә ниндәй һүҙҙәр, теркәүестәр йәки бәйләүестәр ярҙамында бәйләнеүен;

3 рәт – сағыштырыу эйәрсән һөйләм ниндәй һорауға яуап биреүен билдәләй һәм эйәрсән һөйләмдең урыны, тыныш билдәләре күрһәтелгән схемаларҙы таҡтаға беркетә. Дәреслектән мәғлүмәт табыла, таҡталағы һыҙма тултырыла.)
– Һөйләмдәр тураһында нимәләр белдек? (Уҡыусылар һөйләй.) Тыныш билдәһе ҡуйылмаған һөйләмде аңлатығыҙ.
(Аңлатма бирелә.)
IV. Ял минуты.
– Уҡыусылар, дәреслек авторҙары был темаға “Ир ҡанаты ат булыр” тигән мәҡәлде эпиграф итеп биргән. Бөгөнгө эштәребеҙ ошо темаға бәйле буласаҡ. Белеүебеҙсә, башҡорт халыҡ ижадында аттар темаһы ҙур урын биләй.
Беҙ ҙә халҡыбыҙҙың “Ҡара юрға” исемле дәртле йырын тыңлап, ял итәйек.
(Уҡыусылар дәреслектә бирелгән йыр һүҙҙәрен ҡабатлай, тыңлай, ял итә.)
V. Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу).
– Маҡсатыбыҙға ирешеүҙең икенсе аҙымы – алда әйтелгәндәрҙе һөйләмдәр тикшереү ярҙамында нығытыу. Эш ҡағыҙҙарындағы 1-се биремгә күҙ һалығыҙ. (Һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙен табып, схемаларын төҙөргә. Сағыштырыу һөйләмде билдәләргә. Уҡыусыларға 1 минут ваҡыт бирелә.)
1. Дошмандар күрһен өсөн, Һәүбән Аҡбуҙатына атланды. (Маҡсат һөйләм.)
2. Дуҫтар бер)береһен күҙ ҡарашынан аңлаған кеүек, ат менән башҡорт араһын) да ла шундай мөнәсәбәт булған. (Сағышты)
рыу һөйләм.)
3. Аттарында сабышып килеүсе башҡорт егеттәре күренгәс, Буранбай дәртләнеберәк алыша башланы. (Ваҡыт һөйләм.)
– Эшебеҙҙе дауам итәйек. (Тәүге 2 пар эште планшеттарҙа башҡара. Эш ҡағыҙына сағыштырыу һөйләмде яҙып алырға.)

1-се пар. *Ат аунаған ерҙә төк ҡала.
* Аттар, беҙ уйлағанға ҡарағанда, күпкә
һиҙгерерәк һәм аҡыллыраҡ.
2-се пар. *Ағайым килгәндән алып, ҡыҙыу эш башланды..

* Элек “ат” һүҙе “исем” тигән мәғәнәне биргән кеүек, хәҙер
беҙ ирҙәрҙе “ир-ат” тип атайбыҙ.
(3 – 4-се пар карточкаларҙа ҡушма
һөйләмдәр төҙөй, сағыштырыу һөйләмде
табып яҙа.)
3-сө пар. *Исемем матур булғас, әхирәттәрем һоҡлана.
*Киләсәктә тормош тағы ла һәйбәт булһын өсөн, беҙ бөгөн бергәләп тырышып эшләргә тейешбеҙ.
* Ир менән ат араһындағы бәйләнеш, беҙ күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда, күпкә көслөрәк.
4-се парға эш.
*Кемдең күңеле киң, шуның туғандары
күп.
* Кемдең туғаны күп, шул кеше бәхетле.
* Ат кешегә шул тиклем тоғро хеҙмәт итә, хатта кеше менән кеше араһында ундай дуҫлыҡ булмауы мөмкин.
5-се парға эш. (Өсөнсө рәттән бер пар таҡта янында эшләй, ҡалғандар урында башҡара. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөй.)

Бөйөк Ватан һуғышында һалдаттарыбыҙ илебеҙҙе һаҡлаған һымаҡ, Ҡорос-Керчь кеүек аттар ҙа шулай алышҡан.
6-сы парға эш. Бөгөн батырҙарыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелгән кеүек, яугир аттарыбыҙ ҙа шулай һәйкәлдәрҙә сағылдырылыр.
7-се пар планшетта эшләй. (Башҡорт Википедияһынан Керчь – Ҡорос ат тураһында мәғлүмәт эҙләй.)
8-се пар текст өҫтөндә эш башҡара. (Бирелгән тексты төшөп ҡалған бәйләнеү саралары менән тулыландыра.
Барыһы ла эшләп бөткәс, килеп сыҡҡан текст анализлана.)
Ат, беҙ уйлағанға ҡарағанда, күпкә һиҙгерерәк һәм аҡыллыраҡ. Элек “ат” һүҙе “исем” тигән мәғәнәне биргән кеүек, хәҙер ҙә беҙ ирҙәрҙе ир-ат тип атайбыҙ. Ир менән ат араһындағы бәйләнеш, беҙ күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда, күпкә көслөрәк. Ат кешегә шул тиклем тоғро хеҙмәт итә, хатта кеше
менән кеше араһында ундай дуҫлыҡ булмауы мөмкин.
Бөйөк Ватан һуғышында һалдаттарыбыҙ илебеҙҙе һаҡлаған һымаҡ, Ҡорос-Керчь кеүек аттар ҙа шулай алышҡан.
Бөгөн батырҙарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштерелгән кеүек, яугир аттарыбыҙ ҙа шулай һәйкәлдәрҙә сағылдырылыр.
– Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, текстан нимәләр аңланығыҙ? (Беренсенән, былар барыһы ла – сағыштырыу һөйләмдәр. Икенсенән,
ат менән кеше бер бөтөн булып йәшәгән.

- Ә ниндәй аттар тураһында һүҙ бара? Иптәштәрегеҙ тап шул турала мәғлүмәт тупланы, һүҙҙе уларға бирәйек. (Уҡыу)
сылар ҡыҫҡаса һөйләй.)
– Уҡыған тексыбыҙҙы дөйөмләштереп, исем бирер өсөн, 173-сө күнегеүҙе ҡарайыҡ. Бирелгән мәҡәлдәрҙең дауамын табып, тема буйынса тура килгәнен аңлатайыҡ.

Атһыҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош.
Аты булһа – эйәре табыла.
Үгеҙҙе маҡта, атты ек. (1)се мәҡәл текстың исеме итеп яҙып ҡуйыла.)
– Дәрескә бирелгән эпиграф асыҡландымы? Афарин, уҡыусылар!
VI. Өйгә эш. Дәреслек, 125-се бит, һайлап алып эшләргә.
VII. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
– Дәресебеҙ буйынса һығымта яһайыҡ. Ҡуйған маҡсатыбыҙға ирештекме?
Бөгөн өйрәнгән һөйләмдәрҙе һеҙ ҡайҙаҡуллана алаһығыҙ? (Инша, шиғыр, газета-журналдарға мәҡәлә яҙғанда һ.б.)
Эйе, уҡыусылар, сағыштырыу һөйләмдәрҙе ҡулланыу һөйләү телмәребеҙҙе грамоталы, күркәм итә, байыта. Ә матур һөйләшкән кеше һәр саҡ һоҡланыу уята.
VIII. Баһалау.
– Уҡыусылар, эш ҡағыҙҙарындағы балдарға ҡарап, эшегеҙҙе баһалағыҙ. Ҡайһы һөйләмде һайлайһығыҙ?
Мин беләм? Мин беләм!
Уҡытыусы баһаһы. (Уҡыусыларҙың яуабын тыңлау, йомғаҡлау.)

Ир ҡанаты ат булыр
Ир ҡанаты ат булыр
Ир ҡанаты ат булыр
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас