Файҙалы эштәр йылы
16 Августа 2023, 06:28

Юл башы

Йәш уҡытыусы... Мәктәп эшен үҙгәртеп ҡороуҙың шундай мөһим этабында үҙеңдең хеҙмәт биографияһын башлап, һин класҡа ниндәй уй-тойғолар менән инәһең? Вуз эскәмйәһендә алған белем­дәреңде үҫеп килеүсе быуынға бирә алыр­һың­мы?.. Һин бөтә белем биреү процесының иң ҡыҙыу нөктәһенә эләктең – ошо йылдан башлап мәктәптә белем би­­реү яңы уҡыу планы, яңы программа бу­йынса алып барыласаҡ. Уға үҙеңдең йәш­­лек дәртеңде ҡуша алырһыңмы? Ва­ҡи­ғалар өйөрмәһендә юғалып ҡалмаҫһыңмы?

Юл башыЮл башы
Юл башы

Йәштәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн осрашыуға килгән тәжрибәле өлкән быуын уҡытыусыларын, мәғариф һәм культура, партия һәм комсомол работниктарын ошондай уйҙар борсоғандыр, тип уйлайым.

Беҙҙең районға эшкә килгән йәш белгестәр менән быйылғы традицион осра­шыу тәүге тапҡыр дәрес формаһында үтте. РДК хеҙмәткәрҙәре Д. Исҡужин менән Г. Әхмәтова үткәргән күңелле физкультура минутынан һуң тәүге дәрескә ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Рус теле дәресен Баймаҡ интернат-мәктәбенең уҡытыусы-методисы Н.Ф. Бикҡолова алып барҙы. Уның дәресендә Тыуған ил төшөнсәһенә төп баҫым яһалды. Ул дәрес үткәреү тәж­рибәһе менән уртаҡлашты, элекке уҡыусыларының иншаларынан өҙөктәр килтерҙе, ә дә­рес аҙағында йәш коллегаларына балаларҙа Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, уларҙа илебеҙ ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индереү теләге тәрбиәләү буйынса ғүмерлек өйгә эш бирҙе.

Ҡурсаҡ кеүек ҡыҙыҡай ҡыңғырау биргәндән һуң математика дәресе баш­ла­на. Халыҡ мәғарифы отличнигы, Кә­решкә урта мәктәбенең математика уҡы­тыусыһы Р.К. Хәсәнова, тыуған ху­жа­лыҡ тормошонан алынған һандар менән оҫта эш итеп, дәресте үҙенсәлекле үткәрҙе.

Кәрәк икән, уҡытыусыға агитатор булырға ла тура килә – ялҡынлы һүҙҙең фай­ҙаһы ҙур. Кисәнең политинформаторы партия райкомы секретары Б.Р. Күсәбаев бына ошоно билдәләне. Ул яңы уңыш игене өсөн барған көсөргәнешле кө­рәш тураһында һөйләне, ауыл эшсәндәренең героик хеҙмәте хаҡында миҫалдар килтерҙе.

Киләһе дәресте Баймаҡтың 3-сө урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Т.Ф. Хәмитова алып бара. 31 йыл эсендә ул 300-ҙән ашыу баланы уҡырға һәм яҙырға өйрәткән, уларҙың бөтәһен дә яҡшы хәтерләй. Кисәлә ҡатнашыусылар уның хеҙмәт дәресендә эшләнгән энә сәнскесте үҙҙәренә иҫтәлеккә алды.

Һуңғы дәресте – класс сәғәтен пионерҙар йорто директоры Л.К. Дәүләтшина алып барҙы. Был дәрестә ике команда: өлкән уҡытыусылар менән йәш белгестәр араһында КВН уйындары үткә­релде. Һәр команда үҙенә капитан, девиз һәм йыр һайланы.

Кисәлә район мәктәптәре уҡыусыларының вәкилдәре лә ҡатнашты. Йәш уҡытыусыларҙы ҡотлап, балалар уларға уҡыусыларҙың йөрәк асҡысын тапшырҙы.

Ял минуттарында кисәне Йомаш урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы М. Килдеғошованың йыры, Баймаҡтың 1-се урта мәктәбенең өлкән пионервожатайы Р. Хоҙайғолованың бейеүе, район культура йортоноң «Аҡ ҡанаттар» вокаль-инструменталь ансамбле сығыштары биҙәне.

Йомғаҡлау һүҙе менән РОНО мөдире Р.В. Ишембәтов сығыш яһаны.

– Балаларҙы, һайлаған һөнәреңде, хеҙ­мәт­те йәнең-тәнең менән яратҡанда ғына һәй­бәт уҡытыусы булырға мөмкин, – тине ул, һәм барыһына ла эштә уңыштар теләне.

Ә йәштәр үҙҙәре нимә ти һуң? Уларҙы тыңлап ҡарайыҡ.

Наилә Юнысова, сит телдәр уҡытыусыһы:

– Минең һөнәремдә иң мөһиме – уҡырға өйрәтеү...

Нәсимә Исрафилова, БДУ-ны тамамлаған, математик:

– Беҙҙе уҡытыусылар яҡты йөҙ менән ҡаршыланы (ул үҙенең мәктәбендә булырға ла өлгөргән), беҙ өлкән коллегаларыбыҙҙың ярҙамын тоябыҙ, мәктәп реформаһын бойомға ашырыуҙа үҙебеҙҙе кәрәкле кешеләр тип иҫәпләйбеҙ.

Нәзирә Аллаярова, уның курсташы:

– Кисәне ойоштороусыларға рәхмәт, ышанысығыҙҙы аҡларға тырышырбыҙ, мәктәп реформаһын бойомға ашырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индереү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ.

Бына бер төркөм егеттәр. Уларҙың уйы ниндәй? Танышабыҙ: бөтәһе лә – Күмертау физкультура техникумын тамамлаусылар.

Фәрит Йәнбәков, Яковлевка ауылында эшләйәсәк.

– Спорт эшен яңы баҫҡысҡа күтәреү, мәктәп реформаһын бойомға ашырыу.

Сәлим Иҫәнов (Ишбирҙе урта мәктәбе) менән Радик Хәбиев (Покровка һигеҙ йыллыҡ мәктәбе) уның фекерен ҡеүәтләне, алда ауырлыҡтар ҙа булыуы ихтимал, тине.

Районға йәш көстәр килде. Алтмыштан ашыу йәш белгестең бөтәһе лә тиерлек үҙҙәренең тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан егет һәм ҡыҙҙар булыуы ҡыуаныслы.

Һеҙгә ҙур уңыштар, хәйерле юл теләйбеҙ!

Нияз МӘҺӘҘИЕВ.

 

* * *

Нияз Мәһәҙиевтең 1986 йылдың 9 сентябрендә Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Юл башы» тигән мәҡәләһен юҡҡа ғына «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына тәҡдим итмәнем.

Быйыл республикабыҙҙа «Педагог һәм остаз йылы» тип иғлан ителгәндә ошо мәҡәләләге миҫал көнүҙәк һәм фәһемле тип уйлайым. Юғары уҡыу йортон тамамлап тыуған яҡтарына ҡайтҡан 60 белгесте районда нисек көтөп алғандар! Был көн уларҙың иҫтәрендә мәңге ҡалһын өсөн ниндәй матур осрашыу үткәргәндәр! Уйын-көлкө, йыр-моң, бейеү, күңел асыу менән генә түгел, ә төрлө мәктәптәрҙән килгән тәж­рибәле уҡытыусыларҙың үҙ фәндәренән фәһемле дәрес күрһәтеүҙәре менән йәштәргә фатиха биргәндәр. Осрашыуҙы мәктәптәге расписание буйынса үткәреп, бер көн – 5 дәрес рәүешендә ойошторғандар.

Минеңсә, был тәжрибәне әле лә урындарҙа ҡулланырға кәрәк. Яңы уҡыу йылына, йәш уҡытыусыларҙың белем усаҡтарына килеп эш башлауҙарына күп ваҡыт та ҡалмаған. Белгестәрҙең үҙегеҙҙә оҙаҡҡа ҡалыуҙарын, эшен яратып башҡарыуҙарын теләһәгеҙ, уларҙы лайыҡлы ҡаршылай ҙа, дәртләндерә лә, ярҙам да итә белеү бик мөһим. Шуға үрнәк булып тора ла инде Нияз Мәһәҙиевтең «Юл башы» тигән мәҡәләһе.

Нияз Мәһәҙиев, һөнәре буйынса архитектор булһа ла, ғүмере буйы журналистика өлкәһендә эшләне. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙҙы. 3 китап авторы.

«Аманат» журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә бик күп йәш хәбәрселәр өсөн остаз булды. Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеты студенттарына реклама буйынса дәрестәр алып барҙы.

Үкенескә күрә, бынан дүрт йыл элек арабыҙҙан китте. Быйыл апрелдә уға 60 йәш тулған булыр ине. Әммә уның ижады, яҙғандары уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә йәшәй. Бына бит әле, 37 йыл үткәс тә, беҙ уның яҙған мәҡәләһенән һабаҡ, өлгө алабыҙ. Ижад, хәтер – мәңгелек.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас