Башҡортостан мәктәптәрендә бушлай туҡланыу:
- башланғыс синыф уҡыусыларына;
- күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән уҡыусыларға;
- һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға;
- инвалид балаларға;
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ҡаралған.
Ошо турала ентеклерәк - Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балаларға бушлай туҡланыу юллау өсөн ата-әсә ғариза яҙырға һәм ғаиләнең килеме тураһында белешмә тапшырырға, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн хәрби комиссариаттан ғариза һәм белешмә тапшырырға тейеш.
Тулыраҡ мәғлүмәтте республика Мәғариф һәм фән министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны буйынса иртәнге сәғәт 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем белергә мөмкин: 8 (347) 292-11-52.
Тулыраҡ - эфир яҙмаһында.