Файҙалы эштәр йылы
18 Августа 2023, 09:00

Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү

Л.В. ФӘЙРУЗОВА, Өфө районы Шамонин ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы – 2023” конкурсы призеры.

Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереүКубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү
Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү

Һәр педагог эшмәкәрлеген камиллаштырыу маҡсатында бер туҡтауһыҙ эҙләнә, яңы алымдар өйрәнә, яңы идеяларҙы практикала йышыраҡ ҡулланырға тырыша, ғөмүмән, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн  мауыҡтырғыс  материал туплау мотлаҡ булыуын аңлай.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү бөгөн балалар баҡсаһында актуаль проблемаларҙың береһе. Шуға күрә, тәрбиәсенең көндәлек эше лә шуға йүнәлгән. Бәйләнешле телмәр үҫтереү уны  дөрөҫ ойоштороуҙан башлана. Мәҫәлән,  телмәр үҫтереүҙә һүрәттәр ярҙамында бәләкәй хикәйә төҙөү, тексты дауам итеү, мнемотаблицалар ярҙамында һөйләргә өйрәнеү, саф һауала тирә-йүнде күҙәтеү, фекер алышыу, уҡылған китап, журналдар буйынса әңгәмәләшеү, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәл һәм тиҙәйткестәрҙе  ятлау кеүек эш төрҙәрен ҡулланырға мөмкин.

Ҡайһы бер балалар һөйләмдәр төҙөп һөйләй алмай. Был проблеманы хәл итеү маҡсатында куб-трансформерҙар әҙерләнем. Ул балаларға өйрәнелгән теманы яҡшырак аңлау, иҫтә ҡалдырыу, үткәндәрҙе ҡабатлау өсөн бик һөҙөмтәле сара.

Куб-трансформерҙар федераль дәүләт стандарттары талаптарына тап килә. Күп функциялы ошондай ҡорамалдарҙы ҡороу балаларҙың уйын эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙарын уята, эште йәнләндерә. Улар ярҙамында телмәр үҫтереү, нәфис эстетик, социаль-коммуникатив үҫеш өлкәләре мәсьәләләрен дә тормошҡа ашырып була.

Куб-трансформер бик күп уйындарҙы ойоштороу өсөн нигеҙ. Мәҫәлән,

         – телмәр үҫтереүҙә  “хайуандар”, “ҡоштар”, “бөжәктәр”, “кейем-һалым”, “уйынсыҡтар”, “йыл миҙгелдәре” һәм башҡа лексик темалар өсөн һүрәттәр;

         – мнемотаблицалар;

         – телтөҙәткестәр, тиҙәйткестәр, йомаҡтар;

  • ҡәләм, буяуҙар, пластилин менән эшләү схемалары.

 

         Куб-трансформер ярҙамында киләһе төр уйындарҙы ойошторорға мөмкин:      

         – “Нимә артыҡ?”, “Нимә үҙгәрҙе?”;

  • “Төркөмдәргә бүл”;
  • “Яғымлы итеп әйт”;

          – “Һорауҙарға яуап бир”;

         – “Һөйләмдәр төҙө”;

         – һүрәт буйынса хикәйә төҙөтөп һөйләтеү һ.б.

 

Кубик-трансформерҙың бер нисә үҙенсәлеге бар, ул –  күп функциялы, йыйнаҡ, еңел генә асыла һәм ябыла. Балалар куб-трансформер менән айырыуса төркөмдәрҙә уйнарға ярата, улар индивидуаль эш өсөн дә уңайлы.

Куб-трансформерҙарҙы балалар менән бергә әҙерләргә лә була.

Кубик-трансформер донъяла 50 йыл элек япон рәссамы Наоки Йошимото арҡаһында танылыу тапҡан. Ул 1971 йылда тәжрибә ярҙамында ҙур кубта 8 бәйләнешле кубиктың төрлө яҡлап асылышын күрһәткән.

Йошимотоның кубы, шул рәүешле, кубик-трансформер исемен алған. Был ҡулланманы уҡытыусы-логопед, педагог-психолог, тәрбиәселәр эшмәкәрлегендә киң ҡуллана ала.

Ҡулланманың асылы

  • Куб-трансформерҙы яһау өсөн бер төрлө үлсәмле 8 кубик кәрәк була.

 

  • Уларҙы схема буйынса дөрөҫ итеп тоташтырырға һәм кубиктарға, кәрәкле мәғлүмәткә ярашлы, төҫлө һүрәттәр йәбештерергә кәрәк.

 

  • Һөҙөмтә.

Был кубты уйын эшмәкәрлегендә ҡулланыу баланың һүҙлеген байыта, белемдәрен камиллаштыра, аралашыуҙа социаль коммуникатив һәләттәрен үҫтерә.

Шулай итеп, күп функциялы кубтар педагогтар өсөн уңайлы, отошло, инновацион эш төрө булып тора.

 

Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү
Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү
Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү
Кубик-трансформерҙар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас