Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Август 2023, 10:45

Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк

17 августа мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Абдулла Солтанов вафат булды. Уны тыуған яғында, Учалы районының Ҡобағош ауылында һуңғы юлға оҙаттылар. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы менән хушлашырға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй  Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, танылған мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәре Гөлдәр Моратова,  билдәле сәнғәт әһелдәре Азат Айытҡолов, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар килгәйне.

Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк

Абдулла Афзал улы бер айҙан 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә тейеш ине.  Яҡындары әйтеүенсә, ул концерт ойошторорға хыялланған, һуңғы көндәренәсә асыҡ күңелле һәм ихлас булған. Әммә яҙмыштың үҙ ҡанундары...

Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты иҫ киткес тәрән моң эйәһе, уникаль тауышлы йырсы итеп белә. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың, йыр-моң һөйөүселәрҙең сикһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулаған шәхес ине ул. Ҡаҙаныштары өсөн ул  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы кеүек юғары исемдәр менән билдәләнгән. Репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры - «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе Ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар.

Абдулла Афзал улы төрлө йылдарҙа Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Ул башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.

Танылған мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәре, йырсының яҡташы Гөлдәр Моратова Абдулла Солтанов менән күп йылдар таныш, уның яҙмышында мөһим роль уйнаған шәхес.

 – Төпкөл ауылда тыуып үҫеп, ошонда ғүмер буйы йәшәп, көтөү көтөп, күңелдәргә башҡорт моңон һеңдереп, үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә боронғо йырҙарыбыҙға оло һөйөү уятҡан, уларҙы киң танытҡан оло шәхесебеҙ менән бәхилләшәбеҙ. Ғүмер мәңгелек булмаһа ла, башҡарған эш-ғәмәлдәр мәңгелек. Абдулла ағай ҙа үҙ артынан юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Учалы районы хакимиәте, яҡташтарыбыҙ Абдулла ағайҙы бик ҡәҙерләне, хәстәрләне, ҡурсаланы - уларға ҙур рәхмәт.

Һис шикһеҙ, артабан уның иҫтәлеген мәңгеләштереү мөһим. Әлеге ваҡытта йортонда Абдулла ағайҙың бихисап сәхнә костюмдары, наградалары, шәхси әйберҙәре һаҡлана. Тәүге сиратта уларҙы тәртипкә һалырға, иҫәпкә алырға кәрәк. Мәшһүр йырсы – милләтебеҙҙең ғорурлығы, шуға күрә  республикабыҙҙың Милли музейында уға арналған мөйөш ойошторолһа, унда йырсының шәхси әйберҙәре, фотолары, йырҙарының яҙмалары ҡуйылһа, был бик тә лайыҡлы аҙым булыр ине. Ошондай уҡ мөйөш Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булдырылырға тейеш. Ә йырсының барлыҡ ғүмере үткән Ҡобағош ауылындағы йортон сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныусылар һәр саҡ килеп күрә алһын, тигән теләктә ҡалам.  Унда ла йорт-музей ойоштороу тәҡдиме бар.

Тағы бер мөһим уй-теләк: Учалы ҡалаһы урамдарының береһе Абдулла Солтанов исемен йөрөтһә, унда йырсының заман талаптарына яуап биргән барельефы ҡуйылһа, был башҡорт халҡының мәшһүр улының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эшләнгән ҙур аҙым буласаҡ,  –  тине Гөлдәр Морат ҡыҙы Абдулла Солтановты һуңғы юлға оҙатҡанда.

Абдулла Солтанов менән бергә тотош дәүер китте һымаҡ... Беҙ – уникаль шәхес, моң эйәһе менән бер осорҙа йәшәгән бәхетле быуын. Ә Абдулла Солтановтың йырҙары үлемһеҙ. Улар һәр саҡ халыҡ күңелендә һаҡланасаҡ һәм быуындарҙан-быуынға халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булараҡ, тапшырыласаҡ.

Фото: Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

"Башҡортостан" гәзите

 

 

 

 

 

Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың исеме мәңгеләштереләсәк
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: