Файҙалы эштәр йылы
22 Августа 2023, 05:05

Өфөлә 2 сентябрҙә "Һөт иле" фестивале уҙасаҡ

Ҡунаҡтарға йылдағыса бушлай бер стакан һөт тә тәҡдим ителәсәк. 

Өфөлә 2 сентябрҙә "Һөт иле" фестивале уҙасаҡӨфөлә 2 сентябрҙә "Һөт иле" фестивале уҙасаҡ
Өфөлә 2 сентябрҙә "Һөт иле" фестивале уҙасаҡ

Сараның быйылғы девизы - "Байрамға ҡушыл!" Ҡунаҡтарға йылдағыса бушлай бер стакан һөт тә тәҡдим ителәсәк. Үткән йылдарҙа һөт эсеү буйынса рекорд ҡуйған да булды - 60 мең стакан йәки 12 тонна һөт эселде.

"Һөт иле - 2023" фестивалендә йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары була. Бүләккә 449 кг туңдырма әҙерләнә.

Балалы ҡунаҡтар өсөн коляскалар парады ла күҙаллана.

Ҡыҫҡаһы, иҫ киткес ғаилә байрамы көтөлә.

Әйткәндәй, "Һөт иле" беҙҙә 2011 йылдан алып уҙғарыла.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас