Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Август 2023, 15:50

Мәктәп менюһында алма чипсыһы һәм наггетсы

Башҡортостан мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан балаларға яңыртылған туҡлану менюһы тәҡдим ителәсәк.

Мәктәп менюһында алма чипсыһы һәм наггетсы
Мәктәп менюһында алма чипсыһы һәм наггетсы

БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев  хәбәр итеүенсә, республикала менюларҙың ике төрө әҙерләнгән — база һәм Онищенко һәм Тутельяндың рецептар йыйынтығы буйынса меню. Улар санитария ҡағиҙәләренә, шулай уҡ диетология һәм нутрицология талаптарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта улар балалар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Мәҫәлән, иртәнге ашҡа уҡыусыларға «Наполи» фрикаделькаһы, «де-воляй»ҡош ите киҫәктәре, эремсектән бешерелгән суфле, алманан чипсы һәм томат соусы менән митболдар тәҡдим ителәсәк. Төшкө аш ваҡытында уҡыусылар наггетсы, «Саланики» һурпаһы, татар азуһы, ауылса картуф, чиполлетти, харчо һурпаһы, балыҡ шарҙары һәм ризотто тәмләп ҡарай аласаҡ.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, оператив ултырыштарҙың береһендә республика Башлығы Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәптә туҡланыуына контролде көсәйтергә ҡушты. Мәктәптәрҙә һалҡын аш һәм ҡулланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителмәһен өсөн бөтә уҡыу йорттарын 1 сентябрь алдынан тикшерергә кәңәш бирҙе.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-22/bash-ortostanda-m-kt-p-menyu-ynda-mitboldar-alma-chipsy-y-m-naggetsy-t-l-s-k-3398709

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас