Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Август 2023, 16:53

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла

«РБК-Уфа» порталы хәбәр итеүенсә, беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу дәүләт экспертизаһы тарафынан хупланған. Дүрт бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла

"Мортаза Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлаша. Уның артында монументаль ҡоролма, байраҡ ҡуйыла, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәлә", — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.
 
Мемориалды Мәскәү скульпторы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләр тип көтөлә.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: