Файҙалы эштәр йылы
24 Августа 2023, 05:11

Күренекле телсе-ғалим һәм методист

     Остаз... Буласаҡ остаздарҙың остазы... Әсә телен ентекләп өйрәнеүсе һәм уның тылсымлы серҙәренә өйрәтеүсе... Ул республикабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе, элекке Советтар Союзында һәм бөгөнгө Рәсәйҙә танылған телсе-төркиәтсе һәм педагог-методист, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған уҡытыусыһы Псәнчин Вәли Шәғәли улы (1913 – 2013).       В.Ш. Псәнчин 1930 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантонына ҡараған 1-се Дәүләтҡол ауылында (хәҙер – Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә.      Вәли Псәнчин 1944 йылда Күгәрсен мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Мораҡ урта мәктәбендә дауам итә, бер йылдан Мораҡ педагогия училищеһына  уҡырға инә. Был уҡыу йортон 1948 йылда уңышлы тамамлау менән, Күгәрсен районы мәктәптәрендә башланғыс кластар һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1954 ̶ 1953 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, үҙенең Ватан алдындағы бурысын  үтәгәс, бер йыл үҙенең тыуған районында уҡыта, 1954–1959 йылдарҙа Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала.       1959–1961 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф министрлығында дәреслектәр бүлегенең мөдире булып эшләй. Ошо йылдарҙа Вәли Шәғәли улы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәреслектәрҙе яңыртыуға, йәғни уларҙы шул заман лингвометодикаһы талаптарына ярашлы итеп үҙгәртеүгә   ирешә.  Уның тәҡдиме менән дәреслек яҙыуға яңы авторҙар (Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Т.Х. Аслаев, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Минһажетдинов, Н.Х. Ишбулатов һ.б.) йәлеп ителә. Шулай итеп, үткән быуаттың 60-сы йылдарында Башҡортостан мәктәптәре өр-яңыса яҙылған дәреслектәрҙе файҙалана башлай.

Күренекле телсе-ғалим һәм методистКүренекле телсе-ғалим һәм методист
Күренекле телсе-ғалим һәм методист

Вәли Шәғәли улы 1961–1964 йй. Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында профессор  Ж.Ғ. Киекбаев етәкселегендәге көндөҙгө аспирантурала уҡый, аҙаҡ, 1965 йылда «Башҡорт әҙәби яҙма теленең формалашыу тарихы»  тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.  Диссертанттың төп идеяһы «…<>... башҡорт әҙәби теленең нигеҙендә иҫке төрки теле түгел, киреһенсә, әҙәби йәнле һөйләү теле ята; ғөмүмән,  уның ярҙамында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ынйылары (героик эпостар, ҡобайырҙар, халыҡ йырҙары, сеңләүҙәр, мәҡәлдәр...) ижад ителгән. ... <>... » тигән юлдарға ҡайтып ҡала. Бындай ҡараш үҙ ваҡыты өсөн алдынғыларҙан һанала.

      В.Ш. Псәнчин 1964–1984 йылдарҙа Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларында уңышлы эшләй. Уға ошо дәүерҙә лексика, башҡорт диалектологияһы, төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы, башҡорт әҙәби теле тарихы буйынса лекциялар уҡырға тура килә. Вәли Шәғәли улы республика тарихында тәүгеләрҙән булып башҡорт яҙыусыларының тел үҙенсәлектәре  буйынса семинарҙар алып бара, шулай уҡ «Телдең күркәмлек саралары» исемле махсус курс та булдыра. Һөҙөмтәлә, уның «Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы» (Өфө, 1972) монографияһы, уҡытыусылар өсөн «Телдең күркәмлек саралары» (Өфө, 1984) тигән уҡыу әсбабы донъя күрә.

      Вәли Шәғәли улы башҡорт тел ғилеме өсөн дә, шулай уҡ төрки тел ғилеме өсөн дә актуаль булған проблемаларҙың береһе – телебеҙҙең тарихи грамматикаһы өҫтөндә ныҡлап эшләй. Шулай итеп, ул үҙенең бөйөк уҡытыусыһы профессор Жәлил Ғиниәт улы Киекбаевтың эшен уңышлы дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның  1976 йылда «Башҡорт теленең тарихи морфологияһы»  (авторҙашы – Ә.М. Аҙнабаев) исемле монографияһы, 1984 йылда рус телендәге  «Историческая грамматика башкирского языка» (авторҙашы –  шул уҡ Ә.М. Аҙнабаев) варианты баҫыла. Һуңғыһы юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы  итеп раҫлана.

      В.Ш. Псәнчин 1984–1993 йылдарҙа РСФСР–ҙың Мәғариф министрлығы ҡаршыһындағы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына мөдир булараҡ етәкселек итә. Әйткәндәй, ул ошо вазифаға килеү менән, Башҡортостан филиалының абруйын күтәреүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя.

      Шул йылдарҙа  Ф.Ф. Аҙнабаева, Р.Ғ. Ишемова, Ф.Х. Аминевалар педагогия фәндәре кандидаттары дәрәжәләренә эйә була. Торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә: хеҙмәткәрҙәр дүрт, өс, ике бүлмәле фатирлы булып өлгөрә. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: хөкүмәт рәйестәре З.Ш. Аҡназаров, М.П. Мирғәзәмов, А.Я. Копсов, хөкүмәт рәйесе урынбаҫары М.Ә. Әюпов Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалының проблемаларын ыңғай хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.  1987 йылда республикабыҙҙағы  әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса иң абруйлы белгестәребеҙҙең береһе  –  педагогия фәндәре кандидаты Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималоваға  «РСФСР мәктәптәренең  атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Бер-нисә ғилми хеҙмәткәр «Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» исемдәрен ала. Филиалдың хеҙмәткәрҙәре байтаҡ ҡына мәктәп дәреслектәренә конкурс нигеҙендә автор булып бөтә. Улар Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡорған тарафтарындағы башҡорт мәктәптәренә уҡытыу-методик яҡтан ярҙам күрһәтә, бер-нисә конференция ойоштора, методик кәңәшмәләр, семинарҙар уҙғара.

     Аҙаҡ ул ошо ойошмала, 1993–2003 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

     Вәли Шәғәли улы Псәнчин ғүмеренең илле дүрт  йылын (1959–2013 йй.) юғары профессиональ кимәлдә дәреслектәр өҫтөндә эшләүгә бағышлай. Уның тәүге, «Башҡорт теле. IV класс» (авторҙашы – И. Мырҙабаев) дәреслеге 1964 йылда нәшер ителә. Ул дәреслек 1988 йылға тиклем даими рәүештә сығып килде. Аҙаҡ уның «Башҡорт теле. V класс», «Башҡорт теле. IX класс», «Башҡорт теле. X-XI класс» дәреслектәре нәшер ителеп торҙо, һәм улар әле лә башҡорт мәктәптәрендә  яңыртылған форматта уңышлы ҡулланыла килә.

     Үткән быуаттың 80-се йылдарында дәреслек сығарыу конкурс нигеҙендә генә нәшер ителергә тейеш була. В.Ш. Псәнчин был конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Яңыса яҙылған дәреслектәрҙә коммуникатив принцип өҫтөнлөк итә башлай:  алғы планға уҡыусы баланың телмәрен матур һәм дә дөрөҫ итеп үҫтереү мәсьәләһен сыға. Дәреслектәге теоретик мәғлүмәт билдәле бер текстағы телдең күренештәре өлгөһөндә асыҡлана, аҙаҡ уға уҡыусы бала үҙе ҡылыҡһырлама бирә. Һөҙөмтәлә, был методиканы  уңышлы ҡулланыу уҡытыусы менән уҡыусы араһында эшлекле диалог булдыра. Был, бер яҡтан. Икенсе яҡтан, уҡыусы бала ысын мәғәнәһендә үҙаллы эшләргә  өйрәнә.

      Вәли Шәғәли улы «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» (М., 1981) тигән академик хеҙмәттең, шулай уҡ  1986 йылда сыҡҡан «Хәҙерге башҡорт теле. Пединституттар өсөн дәреслек» тигән баҫманың да авторҙашы.

     XXI быуаттың башында В.Ш. Псәнчин төркиәт лингвометодикаһында беренселәрҙән булып «Риторика нигеҙҙәре. X-XI класс» (Өфө, 2001), «Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре» (Өфө, 2004), «Башҡорт нәфис һүҙе» (Өфө, 2008) исемле уҡыу әсбаптарын баҫтыра. Шулай уҡ телсе-ғалимдың «Һүҙ тылсымы» (Өфө, 1996) монографияһы, «Башҡорт теле. Педагогия училищелары, колледждары, гимназиялар, лицейҙар өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы» (Өфө, 1997; Өфө, 2007), «Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән» (Өфө, 2003) кеүек уҡыу әсбаптары  республикала киң танылыу тапты.

     Вәли Шәғәли улы Псәнчин фән һәм мәғариф өлкәһендәге фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы»,  «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була. Ул Советтар Союзының һәм Рәсәй Федерацияһының миҙалдары менән наградлана. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

     В.Ш. Псәнчин ун туғыҙ  йыл буйы республикабыҙҙың иң абруйлы баҫмаларының береһе –  «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының редколлегияһында ағза булып торҙо. Ул  шулай уҡ БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡаршыһындағы Терминологик комиссияла ла, Башҡортостандың Ректорҙар Советында ла, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡаршыһындағы марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен тәржемә итеү комиссияһында ла ағза булараҡ әүҙем эшләне. Вәли Шәғәли Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филологияһы факультетында оҙаҡ йылдар профбюро рәйесе булып эшләне, башҡорт теле кафедраһы ҡаршыһындағы тел түңәрәгенә уңышлы итеп етәкселе итте. 1997 йылда Педагогик һәм социаль фәндәр академияһына мөхбир-ағза булып һайланды.

     Вәли Шәғәли улы Псәнчин 2013 йылдың 30 майында 84-се йәшендә вафат булды, Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратындағы Дан аллеяһында ерләнде.

     Халҡыбыҙ оло шәхесте онотмай. 2013 йылда Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылындағы яңы урамға Вәли Псәнчин исеме бирелде.Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт төрлө энциклопедияларға ингән.

М.Б. ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,
педагогия фәндәре кандидаты, доцент, дәүләт хеҙмәте ветераны;
С.Ғ. КӘРИМОВ,
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас