Ижад кешеһе, яҙыусы өсөн үҙ китабын ҡулға алыуы, ысынлап та, ҙур бәхет ул. Тимур Зиннур улының ижад емештәре быға тиклем "Современная литература народов России" (Мәскәү, 2017 ), "Яңы офоҡтар: повестар һәм хикәйәләр" (Өфө, 2017), "Балалар әҙәбиәте антологияһы", III том (Өфө, 2018 ) йыйынтыҡтарында баҫылғайны. Бөгөн иһә коллегабыҙҙың көтөп алынған "Тылсым эйәләре" тигән тәүге китабын ҡулға алып һөйөндөк.
Балалар өсөн ижад итеү еңелдән түгел. Кескәйҙәр күңеленә барып етер өсөн, донъяға балалар күҙлегенән бағып, үҙең дә уларҙай ихлас, саф йөрәкле, мөғжизәләргә ышаныусан булырға тейешһең. “Тылсым эйәләре” китабында кескәйҙәр өсөн яҙылған матур хикәйәләре, ҡыҙыҡлы әкиәттәре уҡыусы күңеленә хуш килер тигән өмөттәбеҙ. Әйткәндәй, был китапты алырға теләүселәр З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинындарына мөрәжәғәт итә ала.
Барлыҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы исеменән Тимур Зиннур улын ихлас ҡотлайбыҙ. Алда тағы ла яңы китаптары донъя күреүен, ижад йыһанының киң, сағыу йондоҙҙарға бай булыуын теләп ҡалабыҙ!