Беренсе башҡорт мәктәбен асыуҙы ойоштороуҙа балаларын туған телендә тәрбиәләргә теләгән атаәсәләрҙең тырышлығын билдәләргә кәрәк. Улар балаларҙы туған телендә уҡытыу юлы менән генә башҡорт этносын, мәҙәниәтен, милли аңды һаҡлап ҡала алыуҙы тәрәндән аңлай. Милли мәктәптәрҙең эшмәкәрлеге, уларға йөкмәтелгән бурыс күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ. Улар милли йәш быуынды тәрбиәләй, милли кадрҙар үҫтерә. Шуға ла милли мәктәптәрҙә белем кимәле лә, шул уҡ ваҡытта тәрбиә эше лә юғары булырға тейеш, сөнки республиканың киләсәге тап ошонда тәрбиәләнә. Был 20-се гимназия етәкселегенә лә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, мәктәп менән дөрөҫ идара итеүҙән, уның ҡабул иткән ҡарарҙарынан тотош милли мәғарифтың да
абруйы тора.
Бөгөнгө көндә 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы – милли мәктәптәргә ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарға яуап биреүсе, уҡытыу һәм тәрбиә эше туған башҡорт телендә алып барылған, даими үҫешеүсе белем биреү ойошмаһы. 1999 йылдан гимназия Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен йөрөтә һәм һуңғы йылдарҙа күп
кенә эштәр уның иҫтәлегенә бағышланды. Гимназия фойеһына Фатима Мостафинаның бюсы ҡуйылды. Уға арналған музей-кабинет ойошторолдо. Унда шәхескә
бағышланған хәтирәләр, ғилми хеҙмәттәр, шәхси экспонаттар, фотоархив һаҡлана.
Һәр уҡыусы уның ҡайҙа тыуғанын, ниндәй шәхес икәнлеген һәм республика өсөн нимә эшләгәнен әйтә ала. Йыл да гимназиябыҙҙа Ф. Мостафина исемендәге фән+
ни-ғәмәли конференция үткәрелеп тора. Быйыл уны Фатима Хәмит ҡыҙының 110 йыллыҡ юбилейына арнаясаҡбыҙ. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында Ф. Мостафина исемендәге премия булдырылды. Ул әүҙем уҡыусылар, уҡытыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә бирелә. Еңеүселәрҙе комиссия һайлай. Был, бер яҡтан, шәхес исемен мәңгеләштереү булһа, икенсенән, ошо премияға дәғүә иткән шәхестәрҙең эштәрен баһалау ҙа.
Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһында даими реформалар, үҙгәрештәр булып тора. Бөгөн белем биреү ойошмаһы менән идара итеүҙе модернизациялауға, уның
эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһенә, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо йәһәттән, йыл дауамында гимназия педагогтары
семинар-курстарҙа, тренингыларҙа белемдәрен камиллаштырып ҡына ҡалмай, үҙҙәрен алдынғы эш алымдары менән ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә таныта. Гимназиябыҙҙа үткән «Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре» семинары сиктәрендә педагогтарыбыҙҙың эш һөҙөмтәләре юғары баһаға лайыҡ булды.Июнь айында гимназиябыҙҙа туған тел уҡытыусылары өсөн семинар-кәңәшмә үткәрелде. Республикабыҙҙың туған тел уҡытыусылары менән бергә Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы һәм Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты. Гимназиябыҙ уҡытыусылары ФДББ стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған телде уңышлы уҡытыуҙың серҙәре менән бүлеште.
Гимназиябыҙ сит өлкәләр менән дә хеҙмәттәшлекте нығыта. Фатима Мостафинаның тыуған ауылындағы Һамар өлкәһенең Диңгеҙбай мәктәбе менән, шулай
уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Аҡбаш мәктәбе менән килешеү төҙөлгән. Уҡыу, тәрбиә эшен заман талабы кимәленә тиклем күтәреү, уҡытыу шарттарын, методикаһын үҫтереү һәм, әлбиттә, этномәҙәни үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу, тел мөхитен камиллаштырыу кеүек һорауҙар буйынса фекер алышабыҙ, тәҡдимдәр, идеялар менән бүлешәбеҙ. Башҡа өлкәләрҙең белем биреү учреждениелары менән бәйләнештәрҙе артабан да үҫтерә алырбыҙ һәм хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ тигән ниәттәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта педагогик коллективфәнни, методик эштәрҙә ҙур теләк менән ҡатнаша. Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн туған телдә «Осҡон» уҡыу-меодик әсбаптары әҙерләнде. Гимназиябыҙҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәргә математика, тирә-яҡ донъя, хеҙмәт дәрестәре өсөн туған башҡорт телендә телмәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән эш дәфтәрҙәре сығарылды. Башланғыс кластар уҡытыусыһы З.И. Ҡазыханова редакцияһында «Дәрестәрҙә кооператив белем биреү технологияһын ҡулланыу» методик ҡулланмаһы донъя күрҙе. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә алдынғы педагогтар Э.М. Ғәзизова һәм Г.С. Һаҙыеваның «Технология» предметын уҡытыу буйынса методик кәңәштәр» ҡулланмаһы баҫылды. 2023 йылда гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Л.Г. Бикбаева менән Э.С. Хәсәнова Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары исемлегенә инеп, 200 мең һумлыҡ премияға лайыҡ будылар. Был бүләк Уҡытыусылар көнөндә тапшырыласаҡ.
Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе булып, әлбиттә, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тора. Гимназиябыҙ уҡыусыһы «Технология» фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының регион этабында еңеүсе булһа, Бөтә Рәсәй кимәлендә призер исеменә
лайыҡ булды. Шулай уҡ Төньяҡ-Көнсығыш федераль олимпиадаһы, Гагарин кубогы республика олимпиадаһы, республика, Бөтә Рәсәй конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар еңеүселәре бихисап. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең ҡала конкурсында ла Гран-при исемен беҙҙең гимназия уҡыусыларының фольклор коллективы лайыҡлы яуланы. Коллективҡа тәжрибәле уҡытыусылар ҙа, йәш кадрҙар ҙа, шул иҫәптәп башҡаһөнәр эйәләре лә (рәссамдар, ойоштороусылар, ижад кешеләре һ.б.) йәлеп ителә. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе – мәғариф ойошмалары, юғары уҡыу йорттары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм ҙур етештереү предприятиелары менән хеҙмәттәшлек иткән мәғариф экосистемаһын булдырыу. Технология дәрестәрендә, мәҫәлән, V-VIII класс уҡыусылары Республика балалар технопаркында 3D+моделләү, техник дизайн,
картинг, коворкинг-центр, моделләштереү, ҡул аҫтындағы материалдарҙан прототип эшләү кеүек заман талаптарына ярашлы һөнәрҙәр буйынса белем алалар.
Шулай уҡ гимназияла «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән берлектә ҡыҙҙар өсөн моделдәр мәктәбе, «Өфө» футбол клубы мәктәбе,
Заһир Зәйнетдиновтың бейеү мәктәбе, Айнур Ғибәҙуллиндың телмәр техникаһы һәм ораторлыҡ оҫталығы мәктәбе, ҡурай, шахмат, роботехника түңәрәктәре, инглиз теле мәктәбе уңышлы эшләп килә. Балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү маҡсатында гимназиябыҙҙа бизнес мәктәбен дә астыҡ. Йыл әйләнәһендә бизнес өлкәһе белгестәре, үҙҙәренең шәхси эштәре булған кешеләр балаларҙы бизнес серҙәренә өйрәтә.
Икенсе йыл рәттән эшләп килгән үҙенсәлекле проекттарыбыҙҙың береһе – ул «Директор сәғәте» проекты. Унда һәр уҡыусы гимназия етәсеһе менән проблемаларын, һорауҙарын уртаға һалып һөйләшә, хәл итә ала.
Бөгөнгө ысынбарлыҡ белем биреү процесына үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Мәғариф экосистемаһын булдырыу – ул мәғариф системаһының киләсәге. Беҙҙең гимназияның «Технология системаһын автоматлаштырыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлеге мәғариф экосистемаһын булдырыу сиктәрендәгетөп проекттарҙың береһе булып тора. Компания гимназияға ике миллион һумдан ашыу бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, уларҙың ярҙамы менән физика, инженерия буйынса белем биреүҙе нығытыу маҡсаты ҡуйылған. Ойошма менән берлектә гимназияның өлкән класс уҡыусылары өсөн «Карьералы навигатор – Profession-energy» проекты тормошҡа ашырыла.
Проект эксперттар һәм техник белгестәр менән әҙерләнгән саралар комплексын һәм электр энергетикаһы өлкәһендәге өҫтәмә белем биреү курстарын үҙ эсенә ала.
Өфө фән һәм технологиялар университеты менән дә тығыҙ эшлекле бәйләнеш булдырылған. 2023 йылда юғары уҡыу йорто менән берлектә физика буйынса беренсе асыҡ олимпиада үткәрелде. Олимпиадала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Мәскәү ҡалаһы, Һамар һәм Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан 1000-дән ашыу VII-XI класс уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға «Технология системаһын автоматлаштырыу» компанияһынан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, һәм улар ошо йүнәлеш буйынса уҡырға инһә, компания үҙендә практика үткәреү мөмкинлеген дә бирергә әҙер. Олимпиадала еңеү яулаған X-XI класс уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының инженерлыҡ факультетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә була алыуҙары сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Гимназия уҡыусылары проект әҙерләү менән дә актив шөғөлләнә. Был йүнәлеш уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы – белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерә. Һәр кемдең үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡарауы ыңғай һөҙөмтәләр бирә: уҡыусылар социаль проекттар әҙерләргә өйрәнә, республиканың билдәле медиашәхестәре менән осраша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Шулай уҡ «Үҫеш биләмәһе. Яңы движ» («Территория роста. Новый движ») республика проекты сиктәрендә өс гимназист: Камила Әхмәтова, Гөлдәр Камалова, Вилена Сәғәҙәтова А.Ш. Сәхәүетдинов етәкселегендә «Росмолодежь» фонды үткәргән проекттар конкурсында ҡатнашты. Г. Камалова, «Тормош ағасы» проекты менән конкурста еңеп, 450 000 һумлыҡ грант отто. Проект, Башҡортостан Республикаһының билдәле шәхестәре исемендәге ағастар ултыртып, тотош бер аллея булдырыуҙы үҙ өҫтөнә ала. «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге мәктәп» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә беҙҙең гимназия субсидия формаһында 2 900 000 һум федераль грант отто. Грант мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә психологик-педагогик, диагностик һәм консультация ярҙамы үҙәктәрен булдырыуға һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ҡатмарлы заман шарттарында ғаиләгә мәктәп яғынан системалы һәм квалификациялы ярҙам кәрәклеген һәр беребеҙ аңлай. Был проектыбыҙ ғаиләнең һәм мәктәптең үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә, ата-әсәләрҙе уҡытыутәрбиә процесына, дәрестән тыш эшмәкәрлеккә, балалар һәм педагогтар менән һөҙөмтәле эшкә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы киләсәккә ҙур ышаныстар бағлап, ныҡлы аҙымдар менән алға ынтыла. Гимназия коллективы, заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап йәшәй. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, үҙенең данлы тарихы булған белем усағы артабан тағы бейегерәк үрҙәр яулар, тип ышанабыҙ!
Б.И. ЗИНУРОВ,
Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры.