

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналын 2003 йыл мәктәпкә эшкә төшкәндән алып алдыра башланым. Пионервожатый, класс етәксеһе булған саҡта кәрәкле байрам сценарийҙары, класс сәғәтенә-ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт алып ҡулландым. Әлеге көндә лә журнал республиканың педагогик хеҙмәткәрҙәренә фәнни-методик ярҙам күрһәтеү, иң яҡшы педагогик хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһен таратыу, милли мәғариф мәсьәләләрен яҡтыртыуҙы үҙ маҡсаты итеп күрә.
Һәм бына, бер нисә көн элек «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Гайсич килеп 2023 йылдың август айы һанын тоттороп, "Гөлсөм, мәҡәләң донъя күрҙе" тип ҡыуандырып китте. Ҙур рәхмәт 

. Һәр ваҡыттағыса, журнал тышлығында уҡытыусылар өсөн яратҡан календар ҙа бар, кемгә кәрәк күсереп алырға мөмкин, - тип белдерҙе ул.
Хөрмәтле яҙылыусыларыбыҙ, беҙҙең журналды уҡыусыларыбыҙ! Ваҡытында һеҙҙе ҡыуандыра алғаныбыҙ өсөн беҙ бик шатбыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Әйткәндәй, 1 сентябрҙән 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы старт аласаҡ. Уға тиклем беҙҙең журналға элекке хаҡ менән яҙлыу мөмкинлеге бар. Мәлен файҙаланып ҡалығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!