Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Сентябрь 2023, 15:14

Рәсәй төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теленән китаптар тапшырылды

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милләттәштәргә уҡыу әсбаптарынан тыш, уҡыу бүлмәләре өсөн стендтар, милли кейемдәр, музыка ҡоралдары, балалар баҡсалары өсөн ҡурсаҡтар ебәрелгән. Рәсәйҙә 5 төбәктәге 53 мәктәптә һәм 4 төбәктәге 28 балалар баҡсаһында башҡорт теле өйрәнелә.  

Рәсәй төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теленән китаптар тапшырылды
Рәсәй төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теленән китаптар тапшырылды

Яңы уҡыу йылы алдынан илебеҙ төбәктәрендәге башҡорт телен өйрәнеү ойошторолған белем усаҡтарына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 7,5 меңгә яҡын дәреслек һәм уҡыу-методик ҡулланма тапшырылған.  

    Ситтә йәшәгән милләттәштәргә - китаптар һәм ҡурайҙар Шулай уҡ башҡорт теле кабинеттары өсөн стендтар, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн 24 милли костюм, милли кейемле ҡурсаҡтар, 101 ҡурай алып барылған. Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, уҙған уҡыу йылында Рәсәй төбәктәрендә 28 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында (Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләре) 740 тәрбиәләнеүсе өсөн башҡорт теле дәрестәре ойошторолған. 53 белем усағында 4 мең 162 ҡыҙ һәм малай телебеҙҙе өйрәнгән. Шулай уҡ 16 өҫтәмә белем биреү ойошмаһында 308 бала башҡорт телен өйрәнгән.

Фото: vk.com.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: